Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Апрель , 12:00

Әсәйҙәре мәрхүм булғас...

Тимурға - 12, апаһы Ринатаға 15 йәш.

Әсәйҙәре мәрхүм булғас...
Әсәйҙәре мәрхүм булғас...

Апалы-ҡустылы Тимур менән Ринатаға әсәй-атай кәрәк. Уларҙың әсәһе вафат булғас, балалар йортона эләгәләр. Әле бер туғандарҙы тәрбиәгә алырлыҡ ғаилә эҙләйҙәр. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

Ринатаға 15 йәш. Холҡо тыныс. Оялсаныраҡ, эшсән. Ҡыҙ ижади сараларҙа әүҙем ҡатнаша, театр ярата, һүрәт төшөрөргә әүәҫ, ҙур-ҙур текстарҙы ла тиҙ ятлап ала. Уның анкетаһы: https://усыновите.рф/children/7xhzm-13vk2

Тимурға 12 йәш. Уға лидерлыҡ хас, ныҡышмал, ауырлыҡтарҙы еңергә ярата. Артығын һөйләмәй, әммә тиҙ аралашыусан. Футбол, баскетбол, өҫтәл теннисын үҙ итә. Уның анкетаһы: https://усыновите.рф/children/7xhzm-141vm

Балиғ булмаған балаларға опекун (попечитель) булыуға рөхсәт һығымтаһы булған граждандар төбәк операторының мәғлүмәттәр банкына мөрәжәғәт итә ала. Телефон: 8 (347) 218 03 62.

Сығанаҡ: https://vk.com/mintrudrb?w=wall-44065111_34652

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: