Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Апрель , 21:50

Радий Хәбиров яңы социаль объекттарҙы ҡараны

Радий Хәбиров яңы балалар баҡсаһы менән танышты, физкультура һәм  музыка залдарында, башҡорт телен өйрәнеүсе төркөмдә, психолог кабинетында  булды.

Радий Хәбиров яңы социаль объекттарҙы ҡараны
Радий Хәбиров яңы социаль объекттарҙы ҡараны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге яңы социаль объекттарҙа булды. 53-сө балалар баҡсаһы 2024 йылдың апрель айы башында асылды. Өс ҡатлы бина “Демография” милли проектына ярашлы төҙөлдө.

 Балалар баҡсаһы мөдире Светлана Степанова әйтеүенсә, учреждение 240 балаға иҫәпләнгән. Ун төркөм эшләй, шул иҫәптән ике ясле һәм башҡорт телен өйрәнеүсе “Аҡбуҙат” төркөмө бар.

Радий Хәбиров физкультура һәм  музыка залдарында, башҡорт телен өйрәнеүсе төркөмдә, психолог кабинетында булды. Балалар баҡсаһы биләмәһендә күләгәле япмалар, ял зоналары, ҡомда уйнау һәм спорт майҙаны булдырылған.

–Беҙ Рәсәй Хөкүмәте менән тәьҫирле эш алып барабыҙ. Федераль ярҙам менән тағы бер нисә балалар баҡсаһы төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Беҙгә бындай учреждениелар етешмәй. Шуға күрә сертификаттар биреү механизмын индерҙек, ата-әсәләр шәхси  балалар баҡсаһы хеҙмәтенән файҙаланһын өсөн.  Был эште дауам итергә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. 

Радий Хәбиров яңы  “Физра-Д спорт үҙәге” физкультура-һауыҡтырыу комплексының мөмкинлектәрен баһаланы. Уны “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)" федераль проектына ярашлы дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында концессион килешеү буйынса төҙөнөләр. Комплекс майҙаны өс мең квадрат метрға яҡын. Төбәк етәксеһе ябыҡ футбол манежын ҡараны. Бында Өфөнөң “Футбол академияһы”  9-сы спорт  мәктәбе тәрбиәләнеүселәре күнекмәләр үтәсәк.

–Беҙ ошондай тағы биш объект төҙөйбөҙ, икеһе файҙаланыуға тапшырылған. Инвесторҙар килеү менән физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын төҙөүгә йүнәлтелгән сумманы бер нисә тапҡыр арттырабыҙ, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәләшкәндә.  –“Бизнес-спринт” – яҡшы проект. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко алып бара. Уға һәм Рәсәй Спорт министрлығына ҙур рәхмәт. Был проекттың дауам итеүенә ышанабыҙ.  

Олег Яровиков фотолары.

Радий Хәбиров яңы социаль объекттарҙы ҡараны
Радий Хәбиров яңы социаль объекттарҙы ҡараны
Радий Хәбиров яңы социаль объекттарҙы ҡараны
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: