Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Апрель , 11:00

1 июндән балаларға аҡса биреләсәк

Был хаҡта тулыраҡ – түбәндәге яҙмала.

1 июндән балаларға аҡса биреләсәк
1 июндән балаларға аҡса биреләсәк

1 июндән етем балаларға ваҡ-төйәк сығымдарға аҡса биреләсәк. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте. Ошо хаҡтағы закон Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һуңғы ултырышында ҡабул ителгән.

"1 июндән 7 – 10 йәшлек балалар – 700, өлкәнерәктәр бер мең һум аҡса аласаҡ. Һис һүҙһеҙ, улар был аҡсаны тәрбиәселәре һәм остаздары ярҙамында сарыф итәсәк. Кемдер был аҡсаны – ниндәйҙер хыялын тормошҡа ашырыр, кемдер – һеңлеһенә шоколад, кемдер ҡыҙына сәскә алыу өсөн һалып ҡуясаҡ”, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә министр.

Өҫтәүенә яңы закон финанс грамоталылығына эйә булыу өсөн ҡабул ителгән. Был балалар үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡанда аҡсаны нисек тотонорға беләсәк.

Фото, сығанаҡ: республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.  

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: