Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Апрель , 23:40

10 апрелдә медицина ойошмалары нисек эшләй?

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә...

10 апрелдә медицина ойошмалары нисек эшләй?
10 апрелдә медицина ойошмалары нисек эшләй?

Ураҙа байрамын билдәләү менән бәйле медицина ойошмалары түбәндәге график буйынса эшләй. Травмпункттар республиканың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында, Өфөлә 5-се, 8-се, 21-се, Дим районы ҡала клиник дауаханаларында, Республика балалар клиник дауаханаһында тәүлек әйләнәһенә пациенттарҙы ҡабул итә. Офтальмолог ярҙамынан 8-се һәм Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында файҙаланырға мөмкин.

10 апрелдә поликлиникалар шәмбе графигы буйынса 8.00 - 17.00 сәғәттә пациенттарҙы ҡабул итә. Дарыуханалары үҙҙәре билдәләгән график буйынса эшләй. Стационар шарттарҙа махсуслашҡан медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә күрһәтелә.

Фото, сығанаҡ: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: