Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Апрель , 17:30

Ғаиләләр, белмәй ҡалмағыҙ!

Шарттар ябай ғына. Ә һеҙҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. 

Ғаиләләр, белмәй ҡалмағыҙ!
Ғаиләләр, белмәй ҡалмағыҙ!

Ғаилә йылында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Ғаилә йолалары – быуындар бәйләнеше” тип исемләнгән конкурс ойоштора. Ул 17 апрелдән 17 июнгә тиклем үткәрелә, тип хәбәр итте министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.  

- Ил Президенты Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, ҙур күп балалы ғаилә нормаға, йәмғиәт тормошо философияһына, барлыҡ дәүләт статегияһы йүнәлешенә әйләнергә тейеш. Ғаиләләрҙең, бигерәк тә йәш ғаиләләрҙең үҙ заты тарихы һәм йолалары менән ҡыҙыҡһыныуына, ғаилә йолаларын нығытыуға һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныуҙың артыуына шаһит була барабыҙ. Ғаилә конкурсы быуындар араһындағы ғаилә бәйләнештәрен нығытыуға, уларҙың аралашыуы өсөн шарттар булдырыуға, тәжрибә менән уртаҡлашыуға йүнәлтелгән, – тип белдерҙе ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Конкурс “Ғаилә объективта”, “Ғаиләм йолаһы”, “Минең тиңләшер кешем бар” тигән номинациялар буйынса үткәрелә. Конкурста Башҡортостанда йәшәгән, төрлө быуын кешеләре татыу көн күргән ғаиләләр ҡатнаша ала. Шарттары ябай ғына: тотош ғаилә менән йыйылырға һәм берәй фотографияны һайлап алыу тураһында ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Еңеүселәрҙе дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр көтә. Бүләкләү тантанаһы Ғаилә, мөхәббәт һәм һөйөү көнөнә арналған байрам сараһында буласаҡ.

Шулай итеп, республикала йәшәгән ғаиләләрҙе конкурста әүҙем ҡатнашырға һәм үҙҙәренең ҙур, татыу һм иң яҡшы ғаиләһе тураһында һөйләргә саҡыралар.
Ошо һылтанма аша инеп, тулыраҡ танышырға мөмкин:
«Семейные традиции – связь поколений».

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: