Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Апрель , 18:50

Рөстәм Нәбиев – балалар янында

Иң беренсе сиратта балаларына ышаныстарын юғалтмағандары өсөн атай-әсәйҙәренә рәхмәт әйтер инем, тине ул.   

Рөстәм Нәбиев – балалар янында
Рөстәм Нәбиев – балалар янында

11 апрелдә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогия компетенциялар үҙәгендә  "Абилимпикс.Балалар" тигән һөнәри фестиваль үтте. Унда 5-7 йәштәрҙәге һаулыҡ мөмкинлеге сикле һәм инвалид балалар, уларҙың уҡытыусылары, яҡындары ҡатнашты.

Бәләкәй конкурсанттарҙы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты, Паралимпия уйындарының һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Оксана Савченко, параспортсы, блогер, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттары үҫеше буйынса совет ағзаһы Рөстәм Нәбиев һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

 - Был фестивалде асыуыма бик шатмын. Был беҙҙең үҙенсәлекле балаларҙың киләсәге өсөн бик мөһим. Иң беренсе сиратта балаларына ышаныстарын юғалтмағандары өсөн атай-әсәйҙәренә рәхмәт әйтер инем. Һеҙ ошо рәүешле балаларығыҙҙың киләсәгенә нигеҙ һалаһығыҙ. Бәлки, тап бөгөн һеҙҙең артабанғы тормошоғоҙға йоғонто яһаған ваҡиға булыр. Иң мөһиме – үҙегеҙгә ышанығыҙ һәм барыһы ла килеп сығасаҡ! - тине Рөстәм Илгизәр улы.

Фестивалдә Өфөнөң мәктәпкәсә балалар учреждениеларынан 23 бала ҡатнашты. Чемпионат майҙансығына улар остаздары менән килгәйне. Балалар дүрт компетенция – “Адаптив физик культура” , “Кулинария эше”, “Медицина тәрбиәһе”, “Парикмахер сәнғәте” буйынса белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. Аҡмулла университеты ирекмәндәре балаларға конкурс майҙансығында ярҙам итте.

Йәш конкурсанттар теоретик һәм практик эштәрҙе башҡарҙы. Жюриға  һайлаған һөнәрҙәре тураһында һөйләнеләр, эксперттарға үҙҙәренең эшен күрһәттеләр. Бәләкәстәр фитнес күнекмәләр үткәрҙе, прическалар яһаны, медицина хеҙмәткәре ролен башҡарҙы, төрлө ризыҡтар әҙерләне.

Фестивалдә еңеүселәр чемпионаттың Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашыуға тәҡдим ителәсәк.

Фото: БДПУ-ның матбуғат хеҙмәтенән алынды.
 
 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: