Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Апрель , 13:30

Кемдәргә эш тәҡдим ителде?

Быйылдан башлап Бөтә Рәсәй хеҙмәткә урынлаштырыу йәрминкәһе йыл да үтәсәк.

Кемдәргә эш тәҡдим ителде?
Кемдәргә эш тәҡдим ителде?

Бөтә Рәсәй хеҙмәткә урынлаштырыу йәрминкәһенең төбәк этабы майҙандарында 30 меңдән ашыу кеше булып, ике меңдән күбергәе эш биреүселәрҙән саҡырыу алды. Башҡортостан компаниялары тарафынан 15 меңгә яҡын вакансия тәҡдим ителде. Өфөләге “Торатау” конгресс-холл майҙанында 140-тан ашыу эш биреүсе һәм белем биреү ойошмалары ҡатнашты.

Онлайн форматта үткән “Хеҙмәт баҙары: эш эҙләүсе мөмкинлектәре һәм эш биреүсе саҡырыуҙары” пленар сессияһы барышында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова төбәк этабында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

– Хеҙмәт баҙарындағы хәл кадрҙар эҙләү күҙлегенән ҡатмарлана. 2030 йылға хеҙмәт баҙарына 15-29 йәшлектәр сыға. Ил алдында яңы технологик мәсьәләләр, яңы йүнәлештәр тора, беҙгә эш биреүселәр, мәшғүллек үҙәктәре, белем биреү учреждениелары менән бергә был мөмкинлектәр тәҙрәһен ҡулланыу – хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған белгестәрҙе әҙерләү мөһим. Бөтә Рәсәй йәрминкәһенең төбәктәрҙәге старты шуны аңлата: беҙ балаларға һөнәр һайларға ярҙам итергә тейешбеҙ.

2025 йылдың 1 ғинуарынан Президент тарафынан яңы “Кадрҙар” милли проекты иғлан ителде. Быйылдан башлап Бөтә Рәсәй хеҙмәткә урынлаштырыу йәрминкәһе йыл да үтәсәк.

– Башҡортостан – мәшғүллек хеҙмәтен яңыртыуға ярашлы беренсе флагман үҙәктәре барлыҡҡа килгән пилот төбәктәрҙең береһе. Йыл аҙағына бөтә мәшғүллек үҙәктәре “Работа России” бренды аҫтында эшләйәсәк. 2025 йылдан мәшғүллек системаһына яңы “Кадрҙар” милли проекты яңы һулыш бирәсәк, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Кемдәргә эш тәҡдим ителде?
Кемдәргә эш тәҡдим ителде?
Кемдәргә эш тәҡдим ителде?
Кемдәргә эш тәҡдим ителде?
Кемдәргә эш тәҡдим ителде?
Кемдәргә эш тәҡдим ителде?
Кемдәргә эш тәҡдим ителде?
Кемдәргә эш тәҡдим ителде?
Кемдәргә эш тәҡдим ителде?
Кемдәргә эш тәҡдим ителде?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: