Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Апрель , 12:00

“Иң ауыр көнөм – кесе йома”

"Тәҙрә төптәренә ултырып, тыштан күҙҙәрен дә алмай яҡын кешеләрен көтәләр... Әммә килергә вәғәҙә биргән ата-әсәләре генә күренмәй...", - ти офицер ҡатыны, йөрәге әрнеп...

“Иң ауыр көнөм – кесе йома”
“Иң ауыр көнөм – кесе йома”

Төньяҡ-көнбайыш район-ара “Ғаилә” үҙәгенең Саҡмағош районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюты 12 район өсөн тәғәйенләнгән. Тормош алға киткән һайын, ғаилә институтын нығытыу өсөн ҙур эштәр башҡарылыуына, тейешле закондар сығарылыуына, матди ярҙам саралары көсәйтелеүенә ҡарамаҫтан, йәмғиәтебеҙҙә социаль приюттарға мохтажлыҡ йәшәй әле. Был учреждениеларға ауыр тормош хәленә юлыҡҡан йәки социаль хәүефле хәлдә ҡалған балалар килеп эләгә.

Приют мөдире Зөлфиә Ҡасим ҡыҙы Тимерғәлиева тап ошондай ғаиләләр – ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм уны бер нисек тә үҙ көстәре менән юлға һала алмаған өлкәндәр менән 14 йылдан ашыу осраша. Сәбәптәр күп төрлө. Йыш ҡына аҡса етешмәүе сәбәпле көнкүреш шарттары насарлана, ауыр тормош хәленә юлығыу ғаиләнең уңышһыҙ, имен булмауы тураһында һөйләмәй әле, әммә тап ошо мәсьәлә ҡасан да булһа шуға алып килеүе ихтимал.

Ғаиләләге хәл балаға физик йәһәттән генә түгел, психологик яҡтан да зыян килтергәндә социаль хәүеф тураһында һүҙ алып барырға мөмкин. Тормош тәжрибәһенән күренеүенсә, был хәл өлкәндәр эскелек менән шөғөлләнгән, наркотик матдәләр менән мауыҡҡан ғаиләләргә хас. Бәлә ике “осло”, ти педагогтар, уның балалар менән мөнәсәбәтте ҡырҡыулаштырыуы, ҡаты мөғәмәләгә килтереүе йәки, киреһенсә, балаға ҡарата битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Ике осраҡта ла бала тейешле белем алыуҙан, дауаланыуҙан, хәстәрлектән мәхрүм ҡала.

– Бындай хәлгә миҫалдар етерлек, – ти Зөлфиә Ҡасим ҡыҙы – Бер ай инде беҙҙә биш бер туған тәрбиәләнә: өс малай һәм ике ҡыҙ. Өйҙә тағы ике бала бар. Әсәләре вафат булғас, кескәйҙәр бөтөнләй ҡарауһыҙ ҡалған, уларҙы бер кем тәрбиәләмәгән. Аталары эскегә бирелгән. Приютҡа балалар эләгеүе, ғәҙәттә, ғаиләлә проблемаларҙың ифрат күплегенә ишаралай.

Уларҙың тәүге көндәрҙә үҙҙәрен нисек тотоуҙарын күрһәгеҙ икән! Ҡот осҡос стресс кисергән бәләкәстәр ҡырағай Мауглиҙы хәтерләтә ине. Агрессив холоҡлолар, һуғышырға, этешеп-төртөшөргә генә торалар, үҙ-ара һыйыша алмайҙар. Бер ай ҙур срок түгел, шулай ҙа ошо ваҡыт эсендә уларҙың “сәнскеле” яҡтары йомшара төштө, үҙ-ара мөнәсәбәттәре яҡшырҙы, уйынсыҡтар менән уйнай башланылар. Яҡшы, туҡ, тыныс тормошҡа күнегеү өсөн дә ваҡыт кәрәк бит.

Приют мөдире беҙҙе төшкө аштан һуң ”тынлыҡ сәғәтендә” иҙерәп “әүен баҙарына” киткән кескәйҙәрҙең тормошо менән таныштыра. “Һәр береһен приютта алты ай тәрбиәләргә тейешбеҙ. Гигиена һәм көнүреш күнекмәләренә өйрәтәбеҙ, күбеһе иртән теш таҙартырға, тырнаҡтарын киҫергә, йыуынырға ғәҙәтләнмәгән. Хатта үҫмерҙәрҙе лә тәртипкә күндерергә тура килә”, – ти Зөлфиә Ҡасим ҡыҙы.

Ата-әсәгә балаларын ғаиләгә ҡайтарыу принцибы бер: баланы приютҡа урынлаштырыу сәбәбе нигеҙендәге дәғүәгә етди ҡараш. Әгәр ата-әсә эскелек менән мауыҡҡан икән – бәйлелектән ҡотолорға; эшләмәһә – эшкә урынлашырға; балаға насар мөнәсәбәт күрһәткән икән – психолог менән шөғөлләнергә кәрәк. Әйтеүе рәхәт, ғәмәлдә эш башҡасараҡ тора.

– Мишкә районынан килгән балалар өсөн йөрәк һыҙлай, – ти педагог-тәрбиәсе. – Беҙ биш баланы ла алты айға тиклем генә үҙебеҙҙә тәрбиәләй алабыҙ. Атай кешенең шылтыратып, балаларының хәлен һорашҡаны ла юҡ. Аҙаҡ балаларҙың үҙ ғаиләһенә ҡайтарылыуы (бөтә талаптар үтәлгән осраҡта) йәки ят ғаиләгә тәрбиәгә бирелеүе мөмкин. Ата-әсә хоҡуғынан мәрхүм итеүҙәре лә ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға миҫалдар етерлек. Кушнаренко районынан килтерелгән туғыҙ һәм өс йәшлек ағалы-һеңлеле туғандарҙы шундай яҙмыш көтә. Оҙаҡламай сабыйҙарын тәрбиәләмәгән өлкәндәрҙе ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһында суд ҡарары сығарыласаҡ.

Һәр баланың яҙмышы йөрәк аша үтә. Әле приютта йәшәгән 11 йәшлек малайҙың атаһы менән баланы алты ай буйына тәрбиәләү буйынса килешеү төҙөгәнбеҙ. Әсәһе ата-әсә хоҡуғынан мәрхүм ителгән, ә атаһы һәр саҡ командировкалы эштә. Баланың өлкән ағаһы ла бар. Улар бергәләп башҡа өлкәгә күсеп китергә уйлай. Малай әле мәктәптә уҡый, тәртипле. Барыһы ла яҡшы булыр, башҡаса стресс кисерергә тура килмәҫ, тип өмөтләнәбеҙ.

2021 йылда үткәрелгән капиталь ремонттан һуң социаль приют бинаһы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бүлмәләр, коридорҙар яҡты, матур төҫтәргә буялған. Уйын һәм күнекмәләр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған, учреждение кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Психолог, тәрбиәсе, социаль педагог, ашнаҡсыларҙан торған тотош команда балаларҙың тормошон ҡыҙыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк итеү өсөн ынтылып йәшәй. Һәр балаға уны яратыуҙарын, хөрмәткә һәм иғтибарға лайыҡ булыуҙарын күрһәтергә тырышыуҙың мөһимлеген тәрбиәселәр яҡшы аңлай. Сөнки бында килеп эләккән балаларға йыш ҡына үҙҙәрен кәм тойоу, түбән баһалау хас. Ғаиләлә һөйөлмәй үҫкән, аңлау тапмаған сабыйҙар үҙҙәрен кәрәкһеҙ, бәхетһеҙ итеп тоя һәм был сифаттар уларҙың киләсәк тормоштарында кире сағылыш таба. Шуға күрә психологик реабилитация яңы ғәҙәттәр һәм әхләҡи ҡиммәттәргә эйә булыу өсөн балаларға бик кәрәк. Ауыр холоҡло балаларҙы ҡәтғи тәрбиә ысулдары, тыйыуҙар һәм язалар менән генә тәрбиәләп булмауын, бары стресс ҡына тыуҙырыуын коллективта эшләгән һәр кем асыҡ күҙ алдына килтерә. Үҫмер ошо кире холҡонан, ауыр тәртибенән үҙе яфалана, шуға күрә ышаныслы мөнәсәбәт, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышыу ғына яҡынайыуға, аңлашыуға килтереүе мөмкин, тип иҫәпләй улар.

Күптәр аҙнаның дүшәмбе көнөн “иң ауыр көн” тип иҫәпләһә, Зөлфиә Ҡасим ҡыҙы өсөн “иң ауыр көн” – кесе йома.

– Кесе йома – приютта ата-әсәләрҙе ҡабул итеү көнө. Балалар иртәндән алып күңелдәренән генә ошо ҙур шатлыҡ килтерәсәк осрашыу көнөнә әҙерләнә башлай. Тәҙрә төптәренә ултырып, тыштан күҙҙәрен дә алмай яҡын кешеләрен көтәләр... Ҡыҙыҡлы саралар ойоштороп, уларҙың иғтибарын башҡа нимәгә йүнәлтергә тырышыу ҙа файҙа бирмәй. Әммә килергә вәғәҙә биргән ата-әсәләр генә приют тупһаһында күренмәй, балаларҙың кескәй йөрәктәре ниҙәр генә кисерәлер инде. Бик аяныслы күренеш... – тип уфтана етәксе.

Ысынбарлыҡ тәрбиәселәрҙе эштәрен йөкмәткелерәк планлаштырыуҙы, төрләндереүҙе талап итә. Уйын менән мауыҡмаған баланың аҡыл йәһәтенән үҫешеүе мөмкин түгел, тип иҫәпләй педагогтар. Тап уйын аша рухи донъяһына төрлө төшөнсәләр килеп инә, донъяны танып-белеүе киңәйә. Ҡыҙыҡһыныу, мауығыу, белергә тырышыу теләге күренә башлай. Шуға күрә йорт йылыһынан мәхрүм ҡалған балаларҙың уйлау ҡеүәһен, эҙләнеүсәнлеген уятыу, математикаға ябай ғына күҙаллауҙарын формалаштырыу өсөн дидактик уйындарҙы ҡуллана тәрбиәселәр.

Талантлы рәссам, Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлексәһе уҡытыусыһы Айгөл Кудрявцева ҡатнашлығында оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыу балаларҙа көтөлмәгән ҡыҙыҡһыныу, шатлыҡ тойғолары уятҡан. Ҙур ҡәнәғәтлек менән, бөтә фантазияларын эшкә егеп, баҫма графиканы һәм рәсем сәнғәтен берләштергән монотипия техникаһын ҡулланып, рәхәтләнеп шөғөлләнә улар.

Зөлфиә Тимерғәлиева балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙең яҙмыштарын үҙгәртеүҙә, яңы офоҡтар асылыуында, үҙҙәрен илгә кәрәкле кешеләр итеп тойоуында кәрәкле мөһим аҙым тип иҫәпләй. Тормош иптәше, ”Ҡалмаш” позывнойлы офицер, үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа китергә ҡарар иткәс, ул ҡаршы төшмәй. “Мин бармаһам, балаларға барырға тура киләсәк!” – тигән иренең ҡәтғи һүҙҙәре ысынбарлыҡты дөрөҫ баһаларға, килешергә мәжбүр итә.

– Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә нисек ярҙам итә алабыҙ? – тип уйландым. Һалдаттарға тәүҙә күңелдәрен күтәрерлек хаттар яҙырға булдыҡ. Уларға бит өйҙәрендә үҙҙәрен еңеү менән көткәндәрен белеү бик мөһим! Мин был хаҡта, яугир, офицер ҡатыны булараҡ, яҡшы беләм. Улар өсөн хаттар алыу шатлыҡлы күренеш, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, ҡәҙерле ҡағыҙҙы күкрәк кеҫәләрендә һаҡлап йөрөтәләр. Шуға күрә “Һалдатҡа хат” хәрби-патриотик акцияһын дауам итәсәкбеҙ. Һәр хат үҙенсәлекле, балаларҙың эскерһеҙлеге, күңел йылыһы, яугир хеҙмәтенә хөрмәттәре ярылып ята. Саҡмағош районының хәрби хәрәкәт ветерандары һәм Донбасс доброволецтары союзы ярҙамы менән балаларҙың матур теләктәре яҙылған хаттарҙың алғы һыҙыҡҡа барып еткәнен белеү, яугирҙәрҙән видеомөрәжәғәт алыу тулҡынландырғыс булды.

Элек беҙҙең социаль приютта тәрбиәләнгән, әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Алексей Капитоновтың тәмле күстәнәстәр алып, балалар менән аралашырға килеүе коллектив өсөн ҙур байрамға әүерелде. 18 хеҙмәткәр эшләгән, 15 урынлыҡ социаль приют стеналарында ла мөғжизәләр тыуып тора. Саҡмағош районының Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерияһы берлеге вәкилдәре беҙҙе Яңы йыл менән ҡотлап, бүләккә музыка колонка алып килгәс, айырыуса балалар ныҡ һөйөндө. Бына шундай бәхетле мәлдәр, тормош ҡыуаныстары менән йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, – ти Зөлфиә Ҡасим ҡыҙы.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Иң ауыр көнөм – кесе йома”
“Иң ауыр көнөм – кесе йома”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: