Социаль мәсьәлә
29 Апреля 2024, 07:30

“Гараж амнистияһы” ярҙам итте

Быйыл республика халҡы 954 объектҡа хоҡуҡтарын теркәгән.

“Гараж амнистияһы” ярҙам итте“Гараж амнистияһы” ярҙам итте
“Гараж амнистияһы” ярҙам итте

Башҡортостан Республикаһы буйынса “Росреестр” идаралығы 2024 йылдың беренсе кварталында “гараж амнистияһы” тураһындағы закондың үтәлеше һөҙөмтәләрен еткерҙе. Быйыл республика халҡы 954 объектҡа хоҡуҡтарын теркәгән, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, был 16 процентҡа күберәк тигән һүҙ.

–“Гараж амнистияһын” әүҙемләштереүгә төбәк органдары һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары менән берлектәге аңлатыу эштәре, документтарҙы тотҡарлыҡһыҙ үткәреү ярҙам итте, – тигән аңлатма бирҙе Башҡортостан  буйынса “Росреестр” идаралығы етәксеһе Петр Клец.

2022 йыл башынан республикала төбәк законы менән капиталь булмаған гараждарҙы файҙаланыу процедураһы көйләнде. Был гараждарҙы урынлаштырыу тәртибенә ҡағылды,  уның аҫтындағы ерҙәрҙе файҙаланған өсөн түләү билдәләнде. Шулай уҡ  капиталь булмаған гараждар төҙөү өсөн ерҙе бушлай файҙаланыуға хоҡуғы булған граждандар исемлеге булдырылды.

 “Гараж амнистияһы” тураһындағы закон 2021 йылдың 1 сентябренән көсөнә инде. Ул граждандарға 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем гараж объекттарына һәм улар аҫтындағы ер участкаларына хоҡуҡтарҙы ябайлаштырылған тәртиптә рәсмиләштерергә мөмкинлек бирә.  Һүҙ капиталь төҙөлөш объекттары , шул иҫәптән, гараж-төҙөлөш кооперативтарындағы гараждар тураһында бара.

 “Гараж амнистияһы”нан файҙаланыу өсөн Башҡортостандың  Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Росреестр” идаралығы иҫәпләүенсә, “гараж амнистияһы”на төбәктең  35,5 мең объекты эләгә.

Фото:https://pravitelstvorb.ru/news/23742/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас