

“Бергә булыу – бәхет” проектын “Башинформ” һәм “Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары” йәмәғәт ойошмаһы тормошҡа ашыра.
Проект ҡатнашыусылары нисек улар башҡаларға ярҙам итергә кәрәк тигән фекергә килеүҙәрен, үҙ тәжрибәләрен һөйләйәсәк. Бындай миҫалдар инвалидтарға яҡшы тулҡынға көйләнергә, үҙ хәсрәттәрен йәмғиәттекенә йүнәлтергә ярҙам итәсәк.
Улар тыуған ҡалалары, ауылдарының проблемаларын хәл итеүҙә ҡатнаша ала – был үҙҙәренең мөһимлеген һәм кәрәклеген аңларға булышлыҡ итә, тип хәбәр итә “Башинформ”дың әҙәби редакторы Алик Шакиров.
Акция һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы сиктәрендә үткәрелә тип хәбәр итә “РБ”.
Фото: Альберт Заһиров.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-05-04/v-bashkirii-zapustyat-proekt-o-dobryh-delah-lyudey-s-ovz-3753386