Ғаилә - кешегә кәрәкле йылы усаҡ, яҡты, һыйыныр урын һәм бәхеттең нигеҙе лә. Ер йөҙөндә кешелек яралғандан алып, ир һәм ҡатын бер бөтөн булып, үҙенең ғаиләһен ҡороп йәшәй. Усаҡты биҙәп, йылы тотоу ҡатын-ҡыҙҙан булһа, етеш итеп йәшәтеү ир-аттан, тиҙәр. Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәүсе Әбйәлиловтар ҙа, 2007 йылда үҙ ғаиләһен булдырып, ошо әйтемде күҙ уңында тотоп, күркәм ғаилә булып йәшәй.
Ләйсән Фәрғәт ҡыҙы Сәйетбаба ауылында тыуып, шунда 11-се класты, артабан Стәрлетамаҡ педагогия академияһының башланғыс кластар факультетын тамамлаған. Редик Хәмзә улы Буруновка ауылында урта мәктәпте уҡып бөткәс, Наумовка ауыл хужалығы техникумында һөнәр ала.
Бер-береһен оҡшатып, дуҫлашып йөрөгән йәштәр атай-әсәй ризалығын алып, бынан ун ете йыл элек яҙмыштарын бергә бәйләй. Йәш ғаилә өйләнешкәс, еңел тормош эҙләп ситкә тартылмай, үҙ райондарында ҡалыуҙы хуп күреп, 2010 йылда Красноусол ауылында төпләнергә ҡарар итә. Күркәм йорт та һалып инә улар.
Ғаилә башлығы Редик Хәмзә улы үҙ эшен асып ебәрә, хәҙер уны районда ғына түгел, Башҡортостандың башҡа райондарында ла беләләр. Тимерҙән семәрләп эшләгән ҡапҡалары, мунса мейестәре һәм башҡа бик күп металдан эшләнгән әйберҙәре халыҡ араһында киң һорау менән ҡулланыла. Кәрәкле шөғөлө ғаиләгә табыш та килтерә.
Ләйсән Фәрғәт ҡыҙы “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, әлеге ваҡытта декрет ялында. Хужабикәнең иңендә балалар хәстәре ята. Ғаилә усаҡтарын балҡытып, һөйөү хистәренә тағы ла көслөрәк ялҡын өҫтәп, бер-бер артлы ул-ҡыҙҙары донъяға тыуа.
Был матур ғаиләлә мөхәббәт емештәре булып алты бала үҫеп килә. Оло улдары Тимур Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 10-сы, Сабина ҡыҙҙары - 8-се, Рамзан - 2-се, Самира - 1-се класты тамамлай, Радэль улдарына 1 йәш тә 8 ай, ә бәләкәй Сафияға ни бары 20 көн генә әле.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер, тигәндәй, балалар бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы булып, хеҙмәт һөйөп үҫәләр. Балалар йөҙөү, бейеү кеүек түңәрәктәргә йөрөргә лә өлгөрә. Сабина гимназияның “Нөктә-ТВ” телестудияһында, КВН төркөмөндә теләп шөғөлләнә.
Йорт хужаһының тырышлығы, хужабикәнең уңғанлығы ҡапҡаны асып инеү менән күҙгә ташлана. Һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек, сынъяһау итеп эшләнгән ҡапҡа, ҡаралтылары тирә-йүнгә йәм биреп тора. Ике яҡтың атай-әсәләре лә бында көтөп алынған ҡунаҡ. Ейән-ейәнсәрҙәре лә олатай-өләсәләре менән аралашып тора. Был да ғаилә ҡиммәттәренең төп асылы бит.
Тырышып донъя көткән ғаиләнең тормошо ла бәрәкәтле. Ғаиләле кеше үҙен һәр саҡ ышаныслы тота, балалар ҙа ата-әсәһе янында бәхетле үҫә. Быны Әбйәлиловтар ғаиләһенә ҡарап та әйтеп була. Улар дәртләнеп, тырышып донъя көтә, балалар менән шау-гөр килеп йәшәйҙәр. Киләсәктә лә был ғаиләнең йортонан ҡот-бәрәкәт өҙөлмәһен, балалары һөйөндөрөп, ғаилә усаҡтары балҡып торһон.
Әлфиә Вәлиева. (“Табын” гәзитенән).