Социаль мәсьәлә
5 Июнь 2024, 16:50

Һәр кем фельдшер була алмай

"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә ҡатнашҡан Динә Мырҙина - сығышы менән Әбйәлилдән.

Ҡала еренән айырмалы, ауылда фельдшер булып эшләү икеләтә, хатта өсләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Өҫтәүенә, уға бер юлы педиатр ҙа, терапевт та, окулист та һәм башҡа төр табип та булырға тура килә. Эйе, бары һөнәрен яратып башҡарғандар ғына фельдшер булып эшләй алалыр, сөнки ул әллә күпме кешене бер үҙе хеҙмәтләндерә, ниндәй генә ауырыуҙар менән эш итмәй. Етмәһә, сир ҙә, ғәҙәттә, төндә көсәйеүсән, шуға ошо ваҡытта был һөнәр эйәһенә ҡай саҡ эшләргә тура килә.

Әбйәлил районы Яңы Һамар ауылында тыуып үҫкән Мырҙина (Әхмәтйәнова) Динә Мәүлит ҡыҙы Белорет медицина училищеһын тамамлағандан һуң, ошо һөнәрҙе һайлай – тыуған районындағы Геологоразведка ауылында фельдшер булып хеҙмәт юлын башлай. Был йылдар уның хәтер янсығында үҙенсәлекле бер осор булып һаҡлана. Артабан Динә Мәүлит ҡыҙы, Күсем егете Зәбир Үзбәк улына кейәүгә сығып, 1992 йылға тиклем Петропавловск Камчатскиҙа йәшәй. Тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡас, Күсем руднигы ауылында, 1999 йылдан Күсем ауылында фельдшер булып эшләй ҡатын. Үҙ эшенә тоғро фельдшерҙың хеҙмәте төрлө кимәлдә баһалана: Асҡар үҙәк район дауаханаһында үткәрелгән “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсында – 1-се урынға, Башҡортостандың Почет грамотаһына, 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы фельдшер”, оҙайлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Шәфҡәт туташтары ассоциацияһының почет грамотаһына лайыҡ була. Бөгөн дә ул аҡ халатын ташламаған, 400-ҙән ашыу халҡы булған Күсем ауылы халҡының һаулыҡ һағында тора, уларҙың 100-ҙән ашыуы балалар. Үҙ эшен яратып, үҙе лә өс ейән-ейәнсәргә өләсәй булып аҡ халатлылар сафында бара.

Тағы шуны әйтергә кәрәк: Динә Мәүлит ҡыҙы – уңған әсәй, өләсәй, ҡатын ғына түгел, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә. Ун йыл тирәһе инде ул урында һайлауҙарҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнашты. Бынан тыш, ул ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе лә. Һәр эште еренә еткереп атҡарырға күнеккән Динә Мәүлит ҡыҙы Мырҙина өсөн тауыш бирегеҙ, дуҫтар. Етеп килгән һөнәри байрамы айҡанлы йылы һүҙҙәр яҙылған комментарийҙарҙы йәлләмәгеҙ һәм уның өсөн тауыш бирегеҙ.

Фотолар: Динә Мырҙинаның шәхси архивынан.

Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас