

Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев һәм район прокуроры урынбаҫары Роман Османов Лилиә Әхмәҙуллинаны тормошондағы иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. Улар ҡыҙға көтөп алған фатир асҡысын тапшырҙы.
Лилиә етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу исемлегендә торған. Яңыраҡ ул Туймазы дәүләт юридик колледжын тамамлап, техник-программист һөнәренә эйә булған. Әле Бүздәк районы буйынса 71 бала торлаҡ менән тәьмин итеүгә мохтаждар исемлегендә тора.
– Был ошо йылда етем балаларға тапшырылған беренсе фатир.Элегерәк, федераль законға ярашлы, торлаҡ һатып алыуға социаль түләүгә өс сертификат биргәйнек, –тине Илнур Вильмер улы.