Өфө фән һәм технологиялар университеты хоҡуҡ өлкәһендә мәшғүл сығарылыш студенттарының эш хаҡы кимәле буйынса юғары уҡыу йорттарының федераль рейтингына инде. Уны SuperJob сервисы төҙөгән.
SuperJob юридик вуздары рейтингына бөтәһе 39 ҡаланан 60 дәүләт юғары уҡыу йорто инә. Өфө университеты улар араһында 16-сы урынды биләй. Рейтинг өсөн SuperJob хоҡуҡи өлкәлә эш эҙләү өсөн резюме һайлап алған (ул тикшеренеүҙәр баҫылғанға тиклем бер йылдан да һуңға ҡалмай урынлаштырылған булырға тейеш). Тикшеренеүҙәр үткәргәндә 2018 - 2023 йылдарҙа университетты тамамлаусылар иҫәпкә алынған. ӨФҺТУ ректоры һүҙҙәренсә, юғары уҡыу йортон тамамлаусы юристарҙың эш хаҡы 110 000 һумға етә:
- Юрист дипломын алғас, күпселек сығарылыш уҡыусылары, ә был 80 проценттан ашыу, республикабыҙҙа эшкә ҡала. Был төбәктең йәш белгестәр өсөн ылыҡтырғыс булыуын һәм урындағы хеҙмәт баҙарында Хоҡуҡ институтын тамамлаусыларға юғары ихтыяж барлығын күрһәтә. Әйткәндәй, юғары уҡыу йортонда юристарҙы эшкә урынлаштырыу 85 проценттан ашыу тәшкил итә. Беҙҙең белгестәр, хоҡуҡи өлкәлә эшләп, айына уртаса 80 мең һум эш хаҡы ала, шулай уҡ 110 меңгә лә етә,– тип аңлатма бирә вуз ректоры Вадим Захаров.
Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.
Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24421/