Журналист, БР Дәүләт Йыйыйлышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
“Өҫтөмдән тау төшкәндәй булды! Инвалид коляскаһында ултырған ошо апай - Әминә Ишбулатова, инсульттан һуң. Махсус хәрби операцияла һәләк булған улын һуңғы юлға оҙатырға барғанда үҙемә "Яугирҙең яҡты иҫтәлеге хаҡына әсәһен дауаханаға реабилитацияға һалырға ярҙам итәсәкмен" тип һүҙ биргәйнем.
Был эш ярты йылға һуҙылды ла ҡуйҙы. Берҙән, инвалид коляскаһындағы пациентты бөтә медицина учреждениелары ла алмай, икенсенән, Өфө дауаханалары райондан йүнәлтмә һорай. Ә район дауаханаһы йүнәлтмә яҙа алмай, сөнки был пациентҡа "өмөтһөҙ" мөһөрө баҫып, базаға индереп ҡуйғандар.
Ә өмөт бар! Ул әле урта йәштә, һуңғы ваҡыт аяғы ҡыбырлай, ауыртыу тоя башлаған. Әле шул һаламға йәбешеп, өмөт осҡоно менән йөрөгән сағыбыҙ.
Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы Ирина Карамоваға рәхмәт! Ирина Марсиловна, большое-большое спасибо! Үтенесемде йыҡмай ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Ярты йыл буйы мөрәжәғәт итмәгән кеше ҡалманы, хатта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кимәлендә лә. Бөтәһе лә аңлай, тыңлай, әммә һөҙөмтә юҡ. Һәм бына бөгөн, ниһайәт, реабилитацияға яттыҡ. Өмөттәребеҙ аҡланһын, батыр яугир әсәһе Әминә апай аяғына баҫып китһен. Ул хәҙер үҙе өсөн генә түгел, улы өсөн дә йәшәргә тейеш!
P.S. Икенсе фотола Әминә апайҙың ҡыҙы Рәмзиә һәм кейәүе Урал менән”, - тип яҙҙы Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы.
Белеүебеҙсә, 2024 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы булараҡ билдәләнә. Быға тиклем дә инвалидтарға даими ярҙам күрһәткән депутатҡа “Афарин!” тибеҙ.
Фото: Р. Кәримованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән (vk.com/ramzia.karimova)