Мөхәббәт һәм тоғролоҡ йәшәгән ерҙә
Нимә һуң ул ғаилә? Кемдер “Ғаилә ул – ҡәлғә, ғаилә – һинең йортоң”, “Ғаилә ул – тыныслыҡ, һөйөү, ышаныс, тоғролоҡ йәшәгән донъяң”, ”Ауыр саҡта һыйыныр, борсолоуҙарыңды уртаҡлашыр, күңелдәрҙе бушатыр урын”, тиер. Барыһы ла хаҡ, шатлыҡтар ҙа, юҡһыныуҙар ҙа, көйөнөүҙәр ҙә, бәләләр ҙә уртаҡ һәм һәр кемгә терәк булған йылы йорт бит ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғаилә – хәҙерге заман йәмғиәтендә үҙ ҡанундарын булдырған, йәшәйешебеҙҙә мөһим роль уйнаған бәләкәй генә дәүләт. Борон замандарҙа ла, әлеге дәүерҙә лә ғаилә, никах, балалар тормошобоҙҙа ҙур урын биләй. Һәр кемдең изге урыны ул – тыуған йорт, ғаилә усағы.
Тик уны ҡаҡшамаҫ нигеҙле, хөрмәт һәм һөйөү хакимлыҡ иткән ҡәлғә итеү, айырыуса һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу еңел бирелмәй. “Ғаилә” хеҙмәтенең Борай районындағы бүлегендә эшләгән аҫыл зат вәкилдәре көн һайын ғаиләгә, балалар яҙмышына, тәрбиә мәсьәләләренә ҡағылған һанап бөткөһөҙ мәсьәләләр эсендә ҡайнап, кемгәлер һүҙ, кемгәлер матди ярҙам, ә ҡайһы берәүҙәргә профессиональ психологик ярҙам күрһәтеү менән мәшғүл. Ғөмүмән, республикала эшләгән “Ғаилә” үҙәктәренең маҡсаты берҙәй – дәүләт ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, ғаилә институтын нығытыуға һәм үҫтереүгә булышыу, яуаплы ата-әсәләр тәрбиәләүгә, ғаиләлә яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға ынтылыу... Һәм, әлбиттә, ауыр тормош хәленә юлыҡҡан, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлыҡ кисергән граждандарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү. Бындай мөһим бурыстарҙы үтәү өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған коллективтың бер ғаиләләй берләшеп, йөктө тигеҙ тартыуы кәрәк.
Кешене ышаныс йәшәтә
– Хеҙмәткәрҙәребеҙ һөнәрҙәрен яҡшы белә, бер-беребеҙ менән ярҙамлашып, кәңәшләшеп эшләргә күнеккәнбеҙ. Мәктәптәр, ауыл советтары, йәмәғәт ойошмалары менән даими бәйләнештәбеҙ, – ти ойошма етәксеһе Светлана Таһир ҡыҙы Хәмәтйәрова. – Әлеге көндә өлкәндәр йышыраҡ шылтырата, “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһында ҡатнашырға, турҙар тураһында күберәк белергә теләйҙәр. Белгестәребеҙ төрлө тормош хәлдәрендә квалификациялы ярҙам күрһәтергә әҙер, ғаиләлә, мәктәптә йәки эштә бәхәсле хәлдәр тыуғанда, үҫмерҙәр йәмғиәттә яраҡлаша алмаған, ҡыйынлыҡтар кисергән мәлдә ярҙамға килә. Балалар менән ”Ышаныс телефоны” эшмәкәрлеге тураһында фекер алышабыҙ, кластан тыш “Ышанырға ваҡыт” дәрестәрен үткәрәбеҙ.
Ата-әсәләр өсөн балаларҙы тәрбиәләү буйынса әңгәмәләр үткәреү, “Ышаныс телефоны”на килгән һорауҙар, статистика менән таныштырыу ҡайһы саҡ өлкәндәрҙе лә ғәжәпкә ҡалдыра. “Һеҙҙең балаларығыҙ нимә тураһында өндәшмәй?” тигән сара уларҙың балалар тормошо менән ҡыҙыҡһыныуын бермә-бер арттырҙы. Белгестәр тарафынан ойошторолған һәр сара фәһемле, ҡыҙыҡлы үтә, – ти етәксе.
Борайҙағы Мәҙәниәт йортонда хакимиәт етәкселәре, һаулыҡ һаҡлау, полиция хеҙмәткәрҙәре, район психиатр-наркологы һәм “Ғаилә” хеҙмәте психологы ҡатнашлығында үткән “Тормош гүзәл. Йәшәү маҡсаты һәм мәғәнәһе” форумы тәрәнлеге һәм әһәмиәте яғынан хәҙерге ябай булмаған осорҙа айырыуса кәрәклеген раҫланы. Мәғлүмәт дингеҙендә йөҙөүебеҙгә ҡарамаҫтан, уйланырға, фекер алышырға мәжбүр иткән осрашыуҙарға халыҡ һыуһаған хәҙер. Ғаиләләр менән эшләүсе белгестәр Алһыу Ғүмәрова, Ленара Лоҡманова, социаль эш буйынса белгес Эльмира Сәйетованың эш планы ҙур. Май айында ғына көндәлек мәшәҡәттәрҙән тыш, ай буйына “Ғаилә изгелек бумерангы” акцияһын ойоштороу, битараф булмаған кешеләрҙе балалар тауарҙарын туплауға йәлеп итеү, “Ғаилә” аҙнаһын үткәреү, “Ышаныс телефоны” көнөн мәғлүмәтлерәк үткәреү бурыстары тора.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, ата-әсәһе, тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел таба алмаған үҫмерҙәр, ауыр ғаиләләр проблемалары етерлек. Өҫтәүенә имен булмаған ғаиләләрҙе ваҡытында асыҡлау, уларҙы хәүефле социаль хәлдән сығарыу бурысы тора. Светлана Таһир ҡыҙы әйтеүенсә, үҫмерлеккә арналған йөкмәткеле сараларҙың һөҙөмтәһе бар, балалар тренингтарҙа нисек мөғәмәлә итеү күнекмәләрен ала, үҙ-үҙеңде тотоу, психологик көйләү алымдарын, үҙен һәм кешеләрсә мөнәсәбәттәрҙе танырға өйрәнә.
Бында мөғжизәләр тыуа...
Психолог Айгөл Низамованың кабинеты ғәҙәттәге бүлмәләрҙән айырыла. Ҡоро бассейн, әкиәт терапияһы, ҡомда һүрәт төшөрөү һәм башҡа шөғөлдәр бында килгән һәр баланың иғтибарын яулай. “Беҙҙә теләгән һәр бала шөғөлләнә ала. Мөғжизәле бүлмәлә уйнауҙар балаларҙы тартыныусанлыҡтан, эске көсөргәнештән азат итә, комплекстарҙан арындыра”, – ти психолог. Ул – оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләгән, ата-әсәләр һәм балалар менән аралашып мул тәжрибә туплаған белгестәрҙең береһе.
Ни өсөн үҫмерлек осоро ата-әсә өсөн дә, педагогтар өсөн дә бик яуаплы мәл? Әйҙәгеҙ, психологтарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ. Үҫмерҙең тәне көн һайын үҙгәреш кисерә, ә башты һис уйламаған борсолоуҙар, ауыр кисерештәр, төшөнкө уйҙар ҡатыра, маҙаһыҙлай. Берәйһенең уйламай әйткән шаян һүҙе йә булмаһа иҫкәртеүе унда йән яраһы ҡалдырыуы, үҙенә ышанысты ҡаҡшатыуы, хатта үҙенә ҡарата күрә алмау, асыу тойғоһо уятыуы ихтимал.
“Туҡтап тор! Былай эш бармай!” – тип иҫкәртә психологтар. Үҙ-үҙеңде яратыу ғына кешелә ышаныс тыуҙыра, энергия, дәрт бирә. Көслө яҡтарыңды үҙең дә күрмәйһең һәм баһаламайһың икән, башҡалар уны нисек күрһен дә баһалаһын, ти? Кәмселектәрһеҙ, бар йәһәттән дә камил кеше булмай. Ғорурланырлыҡ, һоҡланырлыҡ һыҙаттар булыу менән бергә, һәр кемдең ауыртҡан еренә тейерлек, бәйләнерлек сифаттарҙы табырға була. Ер шарында һигеҙ миллиардтан ашыу кеше йәшәй, әммә улар араһында һыу тамсыһындай бер-береһенә оҡшаш әҙәм заты юҡ. Бер кемдең дә күсермәһе булырға ынтылма, бары үҙең бул, тигән кәңәш бирә белгестәр үҫмерҙәргә. Моғайын, улар йөҙ процентҡа хаҡлылыр. Кемдеңдер “күләгәһе” булып йәшәү ниңә кәрәк?
Бәхет сере бик ябай
“Ғаилә” хеҙмәте белгестәре йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыуҙа, ГТО нормативтарын тапшырыуҙа өлгө күрһәтә. Физик әҙерлек, сынығыу, көсөңдө иҫәпләй белеү күнекмәләре, һис һүҙһеҙ, һәр кемгә кәрәк. Светлана Таһир ҡыҙы хеҙмәттәштәренең эшмәкәрлеге менән ысын күңелдән ҡәнәғәт, “Ғаилә” хеҙмәтендә бер ғаиләләй аңлашып эшләгәндә генә уңышҡа ирешеп була ул”, - ти етәксе уйынлы-ысынлы. Халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә, балалар баҡсаһында эшләп байтаҡ тәжрибә туплаған педагогтың тап ошо системала ун йыл хеҙмәт итеүе осраҡлы түгел. Светлана Таһир ҡыҙы үҙе биш бала әсәһе (быға ышаныуы ҡыйын, әлбиттә), ҡыҙҙары Лариса менән Юлиә күптән аяҡтарына баҫҡан, хеҙмәт юлын һайлаған, 18 йәшлек Русландары урман техникумында белем ала, ә Рөстәм һәм Илдар мәктәптә уҡый. Шуға күрә күп бала үҫкән ғаилә проблемаларын, татыу мөнәсәбәт, матди тотороҡлоҡ булдырыу мәсьәләләрен Светлана Таһир ҡыҙы яҡшы аңлай. Башҡа өлкәләрҙәге кеүек уларҙың эш даирәһендә лә төрлө район белгестәренең осрашып тәжрибә уртаҡлашыуы мөһим алым. Шуға ярашлы үткәрелгән “Йортта иң мөһиме – һауа торошо!” тип аталған тренингтар, төрлө уйын саралары бары файҙаға ғына.
2003 йылда республикала 309 меңдән ашыу балалы ғаилә 14 миллиард һумдан ашыу суммаға дәүләт ярҙамы алды. Улар льготаларҙан тулыһынса файҙаланһын, үҙҙәренә ҡағылған закондарҙы белһен, балаларҙы һөйөү менән солғап, сабыйҙары тураһында күберәк хәстәрлек күрһен өсөн “Ғаилә” хеҙмәте ҙур дәрт менән эшләй. “Ғаилә бәхетле булғанда, бөтә донъя бәхетле!” – йәшәү серҙәренең береһен тап ошо ябай һүҙҙәр раҫлағандай.
Динә Арыҫланова.
Борай районы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Айгөл Низамованың эш көнө балалар менән “уйнап” үтә.
Педагогтар кәңәшләшә.
Светлана Хәмәтйәрова үҙе күп балалы әсә.