Социаль мәсьәлә
2 Август 2024, 02:00

Сабыйығыҙ сәләмәт үҫһен!

Күкрәк һөтө имеп үҫкән сабыйҙар һимеҙлектән яфаланмай, аҡыл-зиһен яғынан да тиҙерәк үҫешә.  

Сабыйығыҙ сәләмәт үҫһен!Сабыйығыҙ сәләмәт үҫһен!
Сабыйығыҙ сәләмәт үҫһен!

Белгестәрҙең әйтеүенсә, һуңғы осорҙа сабыйҙарын имеҙеүҙән баш тартҡан әсәләр арта. Өс сабыйҙың икеһе тәҡдим ителгән алты ай эсендә күкрәк һөтөнән мәхрүм булып үҫә, ти улар. Был күрһәткес һуңғы ике тиҫтә йыл дауамында яҡшырмаған.

 Күкрәк һөтө сабыйҙар өсөн иң яҡшы аҙыҡ. Ул хәүефһеҙ ҙә, зарарһыҙ ҙа. Ундағы антиесемдәр киң таралған балалар ауырыуҙарынан һаҡланырға ярҙам итә. Күкрәк һөтө тәүге айҙарҙа сабыйҙы тейешле энергия һәм туҡлыҡлы матдәләр менән туйындыра, тәүге йылдың икенсе яртыһында баланың туҡланыуға булған ихтыяжының яртыһын тәьмин итә. Күкрәк һөтө имеп үҫкән сабыйҙар һимеҙлектән яфаланмай, аҡыл-зиһен яғынан да тиҙерәк үҫешә.  

Әсәләр өсөн сабыйҙарын күкрәк һөтө менән туйындырыу файҙалы. Балаларын имеҙеп үҫтергән ҡатындарҙа күкрәк һәм түллек биҙе шештәре хәүефе кәмей. Бала тапҡандан һуң организмдың һауығыу процесы ла тиҙерәк бара. Стрестарға тотороҡлоҡ арта, депрессия торошо һирәк күҙәтелә. Остеопороз үҫеше, һөйәктәрҙең һыныу хәүефе кәмей, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре һәм шәкәр диабетына юлығыу осраҡтары аҙая.

Бала өсөн дә күкрәк һөтө файҙалы. Йоғошло сирҙәрҙән һаҡлай, ашҡаҙан-эсәк юлы функцияларын яҡшырта. Күкрәк һөтө менән туйынған бала киҫкен респиратор ауырыуҙарына бирешеп бармай. Телмәр, зиһен үҫеше лә, әсә менән бала араһындағы рухи бәйләнеш тә  яҡшыраҡ, нығыраҡ була.

 Белгестәрҙең әйтеүенсә, күкрәк һөтө балаларға уңышлы тормош башлауҙа тәүге сәләмәт аҙым ул, әсәнең һәм сабыйҙың һаулығын, именлеген һаҡлауҙа иң ябай һәм аҡыллы ҡарар. Күкрәк һөтө менән сабыйҙы туйындырғанда килеп тыуған проблемаларҙы көнөндә хәл итергә кәрәк. Шуларҙың береһе – “лактация кризы”. Ҡайһы бер йәш әсәләр һөттөң юғалыуына зарлана. Был саҡта күкрәк һөтөн һыйыр, кәзә һөтө йәки төрлө ҡатнашмалар менән алыштырырға тырышмағыҙ, һәр осраҡтың сәбәбен асыҡларға кәрәк, тип кәңәш итә педиатрҙар. Сабыйға һөттөң етешеү-етешмәүен нисек аңларға? Уны ике билдәгә ҡарап асыҡларға мөмкин: баланың ауырлығы айына яҡынса 600 грамға артырға, бәүел осраҡтары тәүлегенә алты тапҡырҙан кәмерәк булырға тейеш. Йыш ҡына стрестар, йоҡо туймау, насар туҡланыу арҡаһында күкрәк һөтөнөң кәмеүе ихтимал. Ғаилә ағзалары әсәгә иғтибарлы булырға, ярҙам итергә белгестәр менән берлектә килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә бурыслы. Күкрәк һөтө тәбиғәт тарафынан бирелгән мөғжизәле аҙыҡ, ул һеҙгә һау-сәләмәт, тоғро балалар үҫтерергә ярҙам итер.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас