Башҡортостанда меңәрләгән өлкән кеше ғүмер итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡартайғанда ла үҙаллы булып ҡала, йорт эштәрен башҡара, һаулығын хәстәрләй, бер һүҙ менән әйткәндә, тулы ҡанлы тормош алып барыуын дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе берәүҙәр, һаулығы ныҡ ҡаҡшау арҡаһында, ҡартайған көндә бәләкәй бала ише тәрбиәләүгә мохтаж булып ҡала. Улар үҙҙәрен-үҙҙәре ҡарай алмай, шуға ла балалары йә туғандарының, белгестәрҙең ярҙамы мөһим.
Бындай өлкәндәр кейенеү, йыуыныу, тәғәмләнеү кеүек ябай ғына ғәмәлдәрҙе лә икенсе кешенең ярҙамынан тыш башҡара алмай, тимәк, һаулыҡтарын нығытыу буйынса ла даими тәрбиәләүгә мохтаж. Ә бит һәр ғаиләнең дә өлкән кешегә һауыҡтырыу, реабилитация курстарын алырлыҡ мөмкинлеге юҡ. Ҡарттарҙың йәшенә, һаулығына бәйле кире яҡҡа үҙгәрештәргә лә һәр кем дә әҙер булмай. Артабанғы тәрбиә өсөн иһә оҫталыҡ та, тәжрибә лә, белем дә етмәй булып сыға. Һәр ике яҡтың да тормошон бер аҙ еңеләйтер өсөн техник саралар кәрәгә, психологик ярҙам да артыҡ булмаған осраҡтар күп. Ошо мәсьәләләр һаулығын юғалтҡан ғаилә ағзаһын ҡарауҙы тағы ла ауырлаштыра, сифатлы тәрбиә юҡ кимәлендә була.
Бәхеткә күрә, ошондай ауыр хәлдә ҡалғандарға булышлыҡ итерлек ойошмалар ҙа, белгестәр ҙә, миһырбанлы кешеләр ҙә етерлек. Коммерцияға ҡарамаған “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге Өфөлә өлкән йәштәгеләргә “Йәшәү шәп” тип аталған көндөҙгө ярҙам үҙәген асып, ҡарттарҙы тәрбиәләгән яҡындарына уҡыу, практик белем алыу мөмкинлеген бүләк иткән. Проект Башҡортостан Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бирелгән гранты ярҙамында атҡарылған. Был гранттар социаль әһәмиәтле бихисап проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа мөһим ҡорал булып тора.
“Беҙҙә яҡшы грант ярҙамы системаһы булдырылған. Һуңғы биш йылда граждандар йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумға тиерлек ошондай ярҙам алды. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған тармаҡ Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша”, – тигәйне был турала республика етәксеһе.
Үрҙә телгә алынған үҙәк – ошондай ярҙам алған ойошмаларҙың береһе лә инде. Ул оло йәштәгеләрҙе, хәрәкәтсәнлеге сикләнгән кешеләрҙе ҡарағандар (туғандары, опекундары, социаль хеҙмәткәрҙәр, ҡараусылары) өсөн реабилитация һәм тәрбиәләү мәктәбе булараҡ эш алып барған. Йәғни, ойошманың эшмәкәрлеге оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын күтәреүгә, уларҙың үҙ-үҙен ҡарау һәләтен һаҡлауға һәм һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән. Уҡыуҙар барышында ярҙамға мохтаж өлкәндәрҙең туғандарына, социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм башҡа тәрбиәләүселәргә теоретик белемдәр бирелгән. Һаулыҡтың үҙгәреүен күҙәтеү ысулдары, техник реабилитация, махсус ярҙам сараларын ҡулланыу, тәрбиәләү менән бәйле психологик мәлдәрҙе өйрәнеү буйынса уҡытыу үткәрелгән. Был, һис һүҙһеҙ, өйҙә хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға, дауаханаларға эләгеүселәр һанын кәметергә булышлыҡ ҡыла. Хәрәкәт итеү һәләте сикләнгән кешене уға таныш булған шарттарҙа, йәғни үҙ йортонда тәрбиәләү уның күңелен тынысландыра, именлек тойғоһо бирә, физик һәм психик сәләмәтлеген яҡшыртыуға ла торош итә.
Проект барышында туғанын ҡараусы 61 кеше биш йүнәлеш буйынса әҙерлек үткән. Бында ярҙамға мохтаж кешене тәрбиәләгәндә йәшәү урынын нисек уңайлы итеп рәтләүгә, ҡолауын иҫкәртеүгә, бер урындан икенсе урынға күсереүгә, сей яра булдырмауға, таҙалыҡты һаҡлауға, туҡланыуға, кейемен алмаштырыуға, аралашыуға һәм психологик үҙенсәлектәргә, реабилитацияға бәйле – ғөмүмән, һәр һорау буйынса аныҡ, аңлайышлы кәңәштәр алынған. Шул уҡ ваҡытта реабилитолог өлкөн кешенең һаулығына бәйле һәр үҙенсәлекте иҫәпкә алып, һауыҡтырыу һәм реабилитация процедуралары буйынса ла эш алып барған. 41 өлкән кеше ошондай һаулыҡты яҡшыртыу курстары үткән.
Өҫтәмә рәүештә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән өлкәндәр һәм балалар өсөн дә күнекмәләр үткәрелеп, унда 136 кеше ярҙам ала. Үҙәк эшсәндәре бының менән генә лә сикләнеп ҡалмай, “Дөрөҫ туҡланыу һәм дауаланыу күнекмәләре”, “Көндөҙгө мәшғүллекте ойоштороу”, “Өлкән быуын вәкилдәренең ауырыуҙарын иҫкәртеү”, “Стресты иҫкәртеү”, “Тирене тәрбиәләү” тигән темаларға осрашыуҙар ҙа ойоштора, уларҙа 72 кеше ҡатнашып, бик тә мөһим кәңәштәргә эйә була. “Туғандар хәстәрлеге мәктәбе” программаһы ойошторолоп, уның буйынса 103 кеше шәхси консультация ала.
Уҡыуҙарҙа ҡатнашыусыларға ваҡытлыса бушлай ҡулланыу өсөн заманса техник реабилитация саралары тапшырылған, ә алдан уларҙы нисек итеп дөрөҫ ҡулланыу буйынса һабаҡтар бирелгән. Оло йәштәгеләрҙе реабилитацияның заманса техник саралары менән тәьмин итеү һаулыҡты тергеҙеүҙе тиҙләтергә, хәрәкәтсәнлекте арттырырға, ярҙам күрһәтеүҙе хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирә.
Һөҙөмтәлә, уҡыуҙар үткәндән һуң кәмендә 61 һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән өлкән кеше өйҙә туғандары яғынан сифатлыраҡ тәрбиә ала башлай.
Марат ХАФИЗОВ, Социаль тармаҡ ойошмаларына булышлыҡ буйынса ресурс үҙәгенең етәксеһе:
– Башҡортостан Башлығы грантын файҙаланып, ошондай проектты бойомға ашырыу ойошманың матди базаһын нығытырға ярҙам итте. Был иһә артабан уҡыуҙарға яңы төркөм тупларға, шулай уҡ өйҙә реабилитация үткәргәндә ярҙам булараҡ ойошманың төп эшсәндәрен, йәғни социаль хеҙмәткәрҙәрҙе заманса техник саралар менән тәьмин итергә лә булышлыҡ ҡыла. Өлкән йәштәге туғандарын тәрбиәләгән кешеләрҙе өйрәтеү, был йәһәттән белемдәрен, оҫталыҡтарын арттырыу буйынса эште дауам итәсәкбеҙ.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Һүрәттәрҙә: үҙәктә өлкәндәрҙе тәрбиәләү буйынса практик кәңәштәр алырға мөмкин була (фотолар – vk.com/ano_socium?ysclid=lzzonnjtyv989239218); Социаль тармаҡ ойошмаларына булышлыҡ буйынса ресурс үҙәгенең етәксеһе Марат Хафизов.