Социаль мәсьәлә
25 Август 2024, 10:00

Ишле һәм татыу ғаиләләр күберәк булһын!

Республикабыҙҙа күп балалы ғаиләләр һаны буйынса иң алдынғыһы – Бөрйән районы. Унда һәр өсөнсө ғаилә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләй. Күп балалылыҡ традициялары Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил төбәктәрендә лә көслө.

Ишле һәм татыу ғаиләләр күберәк булһын!Ишле һәм татыу ғаиләләр күберәк булһын!
Ишле һәм татыу ғаиләләр күберәк булһын!

ҒАИЛӘЛӘР

Ғаилә һәр кемдең тормошонда ҙур урын биләй. Өҫтәүенә, барлыҡ башланғыстарға нигеҙ унда һалына, йәшәү йәме, шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙ ҙа тап унан башлана. Балаларыбыҙ иһә быуын сылбырҙарыбыҙҙы дауам итә.

Ниндәй генә заман булмаһын, һәр кешегә йәшәү көсө бирерлек йылы усаҡ, һыйыныр урын, тыныс мөйөш кәрәк. Барлыҡ тәрбиә ғаиләнән башлана. Ғаилә – ул атай ҙа, әсәй ҙә, балалар ҙа,  туғандар ҙа. Кеше, ябай эшсеме ул, оло вазифалы түрәме, өйөнән сығып китә лә тағы шул торлағына ҡайтып инә. Ниндәй генә уңыштарға өлгәшмәһен, барыһы ла ғаиләнән килә. Бер-береңә терәк булһаң ғына дәрт арта, көс табыла, илһам өҫтәлә. Ғаилә бәхетле булһа ғына ҡорған ошо “ҡәлғәбеҙ”, йәмғиәтебеҙ, республикабыҙ, илебеҙ ныҡлы була, алға бара.

Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу ғаилә, шул иҫәптән 60 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй. "Ғаилә - һәр кем өсөн иң мөһиме. Уның өсөн йәшәйбеҙ, ижад итәбеҙ. Беҙ һәр ваҡыт ғаиләләребеҙҙе яҡларға әҙербеҙ ", - тип белдергәйне Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы үткәрелгән сараларҙың береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Республикабыҙҙың төрлө муниципалитеттарында, шул иҫәптән Ғафури районында ла был йәһәттән ла эш даими алып барыла. Күп балалы байтаҡ ғаиләләргә ер участкаһы урынына  торлаҡ шарттарын  яҡшыртыуға бер тапҡыр бирелеүсе  аҡсалата түләүгә сертификаттар тапшырыла.  Әйткәндәй,  был аҡсаны ер, йорт һатып алыуға йәки булмаһа йорт төҙөүгә тотонорға мөмкин. Шулай уҡ  ғаиләләргә торлаҡ шарттарын  яҡшыртыуға социаль түләүҙәргә  сертификаттар тапшырыла. Ғафури районы шулай уҡ  йәш ғаиләләрҙе  торлаҡ менән тәьмин итеү  төбәк проектында ла ҡатнаша. Был проектта йәштәргә  торлаҡ хаҡының 35 процентына тиклем кире ҡайтарылмай торған  дәүләт субсидияһы  биреү ҡаралған. Был социаль түләүҙе  торлаҡ  һатып алыуға, шул иҫәптән икенсел баҙарҙа, йорт төҙөүгә , ипотеканы ҡаплатыуға, өлөшләтә торлак төҙөлөшөндә  ҡатнашыуға тотонорға була.

Күптән түгел  Ғафури районы хакимиәтендә  күп балалы  өс  ғаиләгә ер участкаһы урынына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға  аҡсалата түләүгә таныҡлыҡ тапшырылды.  Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов уларға  ғаилә именлеге, бәхет теләне.

- Районыбыҙҙа күберәк ғаиләләр ҡоролһон, сабыйҙар күберәк донъяға килһен ине. Бөгөн дәүләтебеҙ  әсәлекте һәм балалыҡты финанс һәм социаль йәһәттән  яҡлау буйынса федераль һәм төбәк кимәлендә  етди саралар күрә,- тине Фәнзил Фәйез улы, таныҡлыҡҡа эйә булыусыларҙы тәбрикләп.

Әйткәндәй, республикабыҙҙағы иң күп балалы район – Бөрйән. Унда һәр өсөнсө ғаилә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләй. Күп балалылыҡ йолалары Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил төбәктәрендә лә көслө.

ФЕКЕР

Ленара ИВАНОВА, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: 

- Ғаиләлә спорт, ижад менән шөғөлләнәләр, туғандарының үҙҙәре өсөн борсолоуын тоялар, сөнки балалар – инвестициялар өсөн иң дөрөҫ объект. Уларға күп ваҡыт, көс һәм ресурс һалырға кәрәк. Ғаилә йылы мөмкин тиклем яҡшыраҡ һөҙөмтә бирһен, “ғаилә”, “ғаиләле”, “ғаиләнеке” һүҙҙәре иң яратҡан һәм көтөп алынғаны булһын, йәшәргә һәм эшләргә көс бирһен.

Фото: Ғафури районы хакимиәте һәм Айрат Нурмөхәмәтов. 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас