Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залы бөгөн бигерәк үҙенсәлекле ине: бында “Бала саҡты ҡайтарыу" округ фестивален ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы булды. Фестиваль Волга буйы федераль округының балалар йорттарына ярҙам итеүгә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль йәһәттән яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән 380 бала ҡатнашты.
Башҡортостан Хөкүмәте беренсе вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе ҡотланы.
- Беҙ балалар үҫеше өсөн шарттар булдырабыҙ, ә һеҙ донъяны яҡшыраҡ итәһегеҙ. Һәр берегеҙ яңы дуҫтар тапҡандыр, был дуҫлыҡ оҙон-оҙаҡ булыр һәм ҡасандыр йәнә Өфөлә осрашырһығыҙ, мотлаҡ ошо көндәрҙе хәтергә алырһығыҙ тип уйлайым, - тине ул. Урал Таһир улы Благовещендағы “Полиэф” заводы етәксеһе Павел Романенкоға фестиваль үткәреүгә даими булышлыҡ иткән Почет грамотаһын тапшырҙы. Павел Михайлович үҙ сиратында фестивалдең үҫеше өсөн һөйөнөүе, күмәкләп был донъяны тағы ла йәмлерәк итергә тырышыуы хаҡында әйтте.
Рәсәй Президентың Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев, Башҡортостандың Бәлиғ булмағандар хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина, шашкасы, халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер, Башҡортостан Дәүләт Йыйлышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, республиканың Кулинарҙар һәм рестораторҙар ассоциацияһы рәйесе Наталья Чибрикина, спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов еңеүселәрҙе ҡотланы. Мәҫәлән, Олег Машковцев “Аҡыл палатаһы” финал уйыны еңеүселәрен тәбрикләне. Был ярыштарҙа беренсе урынға Киров өлкәһенән “NEW-Вятка”, икенсе урынға – Мари Иле Республикаһынан “Радар”, өсөнсө урынға Ырымбур өлкәһенән “Бөйөк аҡыл” командаһы лайыҡ булды.
“Бала саҡ “йондоҙҙар” вокал” номинацияһында беренсе урынға Һамар өлкәһенән Максим Губернаторов һәм Ырымбур өлкәһенән Руслан Сайранов лайыҡ булды. Улар тамашасыларҙы үҙенсәлекле тауышы менән әсир итте. Икенсе урынға – Пенза өлкәһенән “Непоседа” төркөмө, өсөнсөгә Татарстандан Кристина Соломатина сыҡты. Ә бына спортҡа килгәндә, шашка буйынса ярыштарҙа Мордовиянан Никита Рогожин беренсе урынды бер кемгә лә бирмәне. Икенсегә Татарстандан Николай Кулагин сыҡты. Яҡташыбыҙ Азамат Түләбаев был номинацияла өсөнсө урын яуланы. Мини-футбол буйынса Ырымбур өлкәһе вәкилдәре беренселекте яуланы. Әйткәндәй, призлы урын яулаусыларға ҡиммәтле бүләктәр ҙә тапшырылды. Иң мөһиме: балалар һәм уларҙың педагогтары ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ хәтирәләргә эйә булды, сөнки һәр баланың күңеле аҡ ҡағыҙ кеүек. Унда бар һөйөнөстәр ҙә, көйөнөстәр ҙә теркәлеп бара.
2009 йылдан Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкил булышлығында үткәрелгән “Бала саҡты ҡайтарыу” фестивале 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында ойошторола. Сараның төп маҡсаты – ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, етем балаларҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү, мәҙәни, спорт һәм башҡа сараларға өндәү, һәр баланың үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Быйыл үткәрелгән сираттағы сара ла ошо маҡсаттарға өлгәште. Әйткәндәй, Башҡортостанда был фестиваль дүртенсе тапҡыр үткәрелде.
Динар ҒАЙНАЗАРОВ, Учалы районынан:
- Фестиваль миңә ныҡ оҡшаны. Миң стритбол һәм шашка буйынса ярыштарҙа үҙ көсөмдө һынап ҡараным. Был сарала мин үҙемә Волга буйы федераль округының төрлө төбәктәренән дуҫтар таптым. Ошо йәһәттән фестиваль бик шәп булды.
Максим Волобоев фотолары.