Башҡортостан Хөкүмәтендә социаль объекттарҙы газ яғыулығына күсереү мәсьәләһе тикшерелде.
Был Башҡортостан Республикаһында газ менән тәьмин итеү һәм газификациялау буйынса 2021 – 2025 йылдарға программаға ярашлы башҡарыла.
Газификацилау программаһы республикала 2006 йылдан алып бара һәм был осорҙа 57 ҡасаба-ара газ үткәргес һуҙылды һәм 56 мең йортто газ яғыулығына тоташтырыу мөмкинлеге тыуҙы.
“Башҡортостанда өс меңгә яҡын ауыл һәм ҡасабала 1,5 миллион йорт тәбиғи газдан файҙалана, газификация кимәле республикала 85 процент тәшкил итә. Әлеге ваҡытта республиканың “Газпром” алдында социаль инфраструктура объекттарының ҡаҙанлыҡтарын газға күсереү буйынса йөкләмәһе бар”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.
Ултырыш аҙағында Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы республиканың Төҙөлөш министрлығына, ошо Программаға ярашлы, социаль объекттар ҡаҙанлыҡтарын 2024 йылдың 1 декабренә саҡлы газ яғыулығына күсереү эшен ойошторорға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.