Тулыһынса төҙөкләндерелгәндән һуң бөгөн Өфөлә 2-се балалар баҡсаһының заманса майҙансыҡтары асылды. Был эштәр Башҡортостан Республикаһы менән “Роснефть” нефть компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы, “Башнефть” компанияһы ярҙамында башҡарылды.
“Роснефть” төбәктәрҙә уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра. Шул иҫәптән үҫеп килгән быуынға белем биреү, тәрбиәләү өлкәндәге башланғыстарҙы хуплай.
1955 йылда нигеҙ һалынған 2-се һанлы балалар баҡсаһы Өфөнөң боронғо мәктәпкәсә учреждениеларының береһе булып тора. Унда дүрт төркөмдә балалар тәрбиәләнә. Балалар баҡсаһы биләмәһе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңырыу кисергән. Хәүефһеҙ япмалы заманса спорт һәм уйын майҙансыҡтары ҡуйылған, беседкалар эшләнгән. Балалар баҡсаһы ихатаһы эргәһендәге юл япмаһы ла тулыһынса яңыртылған, яңы асфальт, брусчатка һалынған.
Балаларға иртә һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында уйын майҙансығында һөнәри тематикаға арналған бәләкәй архитектура формаларының элементтары урынлаштырылған. Мәҫәлән хәрәкәт иткән механизмдар менән нефть качалкаһы макеты ҡуйылған. Балалар үҫешһен, ялдарын матур уҙғарһын өсөн ҡомлоҡтар, бәүелсәктәр, тау һәм башҡа уйын ҡоролмалары эшләнгән. Ҙур ағастар, газондар, “тәбиғәт мөйөштәре”н булдырыу ҙа ихатаға йәм бирә.
– Балалар баҡсаһы биләмәһе өс ай эсендә өр яңы төҫ алды. Шул тиклем ҡәнәғәтбеҙ. Иң мөһиме – балаларға бик оҡшай, – тине 2-се балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Регина Арыҫланова.
Яңыртылған биләмәне асыу сараһында байтаҡ абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов элекке йылдарҙа балалар баҡсаһының бинаһын төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылыуын билдәләне. Быйыл учреждениеның биләмәһе яңы төҫ алыуын әйтте.
- Бөгөн бик тулҡынландырғыс көн. Ошо ҙур эште башҡарып сығыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт, – тине ул.
Шулай ҙа иң ҙур баһаны ата-әсәләр, балалар бирә. Уларҙан да әллә күпме йылы фекерҙәр ишеттек.
– Балаларыбыҙҙың матур ҙа, уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә шарттар тыуҙырылған балалар баҡсаһына йөрөүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Төҙөкләндерелгән майҙансыҡтарҙы асыу ваҡиғаһын барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көттөк. Беҙ уйлағандан күпкә матурыраҡ килеп сыҡты ул. Бында ябай ғына уйын майҙансыҡтары урынлашмаған, ә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү кеүек урындар ҙа бар. Был балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ҡыҙыма балалар баҡсаһында бик оҡшай, – тине әлеге сараға ҡыҙы менән килгән әсәй Рәмилә Ғәлиәскәрова.
Байрам тантанаһында заманса майҙансыҡтар балаларҙы шатландырып оҙаҡ хеҙмәт итһен тигән теләктәр ҙә урынлы яңғыраны.
Әйтергә кәрәк, һуңғы биш йыл эсендә “Башнефть” компанияһы 30-ҙан ашыу белем биреү учреждениеларын төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы финанслаған. Был иһә республикала социаль тәьмин ителеү кимәлен күпкә яҡшыртҡан. Шул иҫәптән Нефтекама ҡалаһында полилингваль мәктәп-интернат тулыһынса яңыртылған, Кушнаренко һәм Тәтешле райондарында балалар баҡсалары файҙаланыуға тапшырылған, Өфө ҡалаһында боронғо уҡыу йорто – Урман техник хужалығы техникумы ремонтланған. Быйыл сентябрь айында Йәрмәкәй районының Ялан-Шишмә ауылында “Башнефть” мәктәп, балалар баҡсаһы һәм сәнғәт мәктәбен берләштергән белем биреү үҙәген асҡан.
Белешмә:
Һуңғы биш йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы һәм “Роснефть” нефть компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы төбәктең 49 район һәм ҡалаһында 300-ҙән ашыу социаль проекттар тормошҡа ашырылған.
Автор фотолары.