Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Сентябрь , 15:00

Шифалы ҡулдарына күҙ теймәһен

Көслө ҡулдарҙан тыш, беҙҙең эштә оҫталыҡ ҙур роль уйнай.

Шифалы ҡулдарына күҙ теймәһен
Шифалы ҡулдарына күҙ теймәһен

Иҫке Балтастағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы күптәр өсөн спорт менән шөғөлләнеү, аралашыу, ял итеү урыны. Ошо уҡ бинала урынлашҡан массаж кабинеты ла йәшен-ҡартын тигәндәй үҙенә тарта, Гөлсинәнең шифалы ҡулдарынан еңеллек тойған кешеләр шәфҡәт туташына ысын күңелдән рәхмәт белдерә.

Гөлсинә Ғәләйетдинова физкультура-һауыҡтырыу комплексында туғыҙ йыл кешеләргә медицина массажы яһау менән шөғөлләнә. Бөрө медицина-фармацевтика колледжында уҡыған сағында уҡ массаж яһау серҙәрен үҙләштерә. Ун йыл буйына Нефтекама реабилитация үҙәге филиалында шәфҡәт туташы булып эшләй.

– Ял көндәрен, оҙайлы кистәрҙе кешеләргә массаж яһау менән үткәрҙем. Бик ныҡ арыта торғайны. 2016 йылда үҙ эшемде асырға булдым. Осраҡлы рәүештә таныштарымдан үҙ эшен асҡандарға субсидия биреүҙәре тураһында ишетеп ҡалдым. Башта төрлө пландар тыуҙы, уйҙар сыуалды, әгәр субсидия алып булһа, эш сифатын яҡшыртыу өсөн ҙур мөмкинлек тыуасаҡ бит! Хыялдар тормошҡа ашты – 350 һумлыҡ субсидия бирҙеләр. Бына ошо заманса аппараттарҙы тап ошо аҡсаға һатып алып, ауырыуҙарҙы дауалайым. Дүрт аппарат та файҙалы – һынды коррекциялау, пресс терапияһы үткәреү, тәндәге артыҡ шыйыҡлыҡты ҡыуыу, ябығыу өсөн ҡулланыла. Ә был вибрация аппараты массаж яһаусының эшен еңәләйтеү өсөн әһәмиәтле. Лазер аппараттары эпиляция һәм депиляция ысулдарын башҡарыу өсөн ҡулайлы. Яңы ҡорамалдарҙы алып ултыртыу ғына етмәй, һәр береһенең нескәлектәренә өйрәнеп, танытма алырға кәрәк, – тип эш серҙәре менән таныштыра белгес.

Бәлки, Гөлсинә ханым кеүек үҙ эшен асырға теләүселәр, әммә икеләнеүселәр барҙыр? Уларға ла дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлектәрен  бер юлы аңлатып китәйек.

Республикала адреслы ярҙамдың айырыуса ҙур һорау менән файҙаланған йүнәлештәре бар : шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге (Гөлсинә ханым тап ошо йүнәлеште һайлаған да инде) һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу. Быйыл ошо йүнәлештәр буйынса 938 һәм 719 килешеү төҙөлгән. 2023 йылда рәсмиләштерелгән социаль контракттарҙы анализлағанда тап ошо йүнәлештәрҙең иң һөҙөмтәле булыуы асыҡланған. Былтырғы 1180 социаль контракттың 49-ы үҙмәшғүл булараҡ иҫәптә торған граждандар менән төҙөлгән. Уларҙың срогы тамамланғас яһалған йомғаҡ граждандарҙың йән башына тура килгән килеменең 25 процентҡа артыуын күрһәткән.

Ғаилә йылының ете айында республикала 2,8 мең социаль контракт төҙөлөп, программала ҡатнашыусыларға 514,4 миллион һум аҡса түләнгән. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың әйтеүенсә, бындай социаль ярҙамды йыл һайын биш меңгә яҡын кеше ала.

Социаль контракт төҙөү өсөн төп шарт: кешенең йән башына тура килгән уртаса килеме төбәктәге йәшәү минимумынан кәм булырға тейеш. Контрактты тормошҡа ашырыу ғаиләнең, айырыуса күп бала тәрбиәләгәндәрҙең матди хәлен яҡшыртыуҙа төп инструменттарҙың береһе булып тора. Уд дүрт йүнәлеш буйынса төҙөлә:

Эш эҙләүгә – социаль контракт төҙөлгән ваҡыттан алып бер ай дауамында 14 991 һум аҡсалата түләү ҡаралған. Эшкә урынлашҡандан һуң өс ай дауамында ла түләнәсәк.

Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә (350 мең һумға тиклем).

Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға (200 мең һумға тиклем).

Ауыр тормош хәленә юлыҡҡанда алты айға тиклем 14 991 һум күләмендә айлыҡ аҡса түләү ҡаралған.

Хәҙерге ваҡытта федераль кимәлдә “Ғаилә” милли проекты эшләнә, ул 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Уға ла социаль контракт нигеҙендә дәүләт социаль ярҙамын күрһәтеү буйынса сара индереләсәк.

– Миңә йышыраҡ табип күрһәтмәһе буйынса киләләр. Остеохондроздан, йоҡлай алмауҙан, гипертониянан яфаланған, инсульт кисергән кешеләр мөрәжәғәт итеүсән. Әммә һәр ауырыуға ла массаж килешә тигән һүҙ түгел, киҫкен сирҙәр кисергәндәр, ҡан баҫымы юғары булғандар өсөн уның зыянлы булыуы ихтимал, белеп яһарға кәрәк.

Һылау, һыйпау, ыуыу, йомшартыу, вибрация ярҙамында күп кенә сирҙәрҙе дауалап була. Капиллярҙар киңәйеп китә, резервтағылары асыла, ҡан һәм туҡыма араһында газ алмашыуы көсәйә, кислород терапияһы ярҙамға килә. Классик массажды төрлө сирҙәре иҫкәртеү һәм дауалау өсөн дә файҙаланалар. Ул быуындарҙағы, арҡалағы ауыртыуҙарҙы бөтөрә, имгәнеүҙәрҙән һуң йәһәтерәк аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Лимфа системаһы һәм алмашыу процестары яҡшыраҡ эшләй башлай. Стрестарҙан, физик йәки психологик көсөргәнештән һуң организмдың тергеҙелеүе өсөн массаж бик файҙалы.

– Ә үҙегеҙ физик көс талап ителгән эш көнөнән һуң нисек ял итәһегеҙ? Арыттыра торғандыр...

– Ҡулдарға ҙур көс төшә, әлбиттә. Даими рәүештә сәғәт ярым ваҡыттан һуң күнегеүҙәр эшләргә кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, көслө ҡулдарҙан тыш, беҙҙең эштә оҫталыҡ ҙур роль уйнай. Массаж яһаусыларҙың да хәүефле профессиональ сире бар, уға юлыҡмау өсөн иҫкәртеү сараларын  ҡулланырға кәрәк.

Бына шундай тәүәккәл дә, булдыҡлы ла, кәрәк икән, руль артына ултырған, күптәргә ят тойолған бизнес менән уртаҡ тел тапҡан, ихласлығын ауыр юғалтыуҙар ҙа һындыра алмаған ханым менән таныштыҡ гүзәл Балтас ерендә. Уңыштар теләйбеҙ.

Балтас районы.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Шифалы ҡулдарына күҙ теймәһен
Шифалы ҡулдарына күҙ теймәһен
Шифалы ҡулдарына күҙ теймәһен
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: