Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Сентябрь , 13:50

Күләгәлә ҡалмағыҙ!

Көрәш көсәйтелә. 

Күләгәлә ҡалмағыҙ!
Күләгәлә ҡалмағыҙ!

Бөгөн Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә йәшертен мәшғүллеккә ҡаршы көрәш мәсьәләһе ҡаралды. Эшкә урынлаштырыуҙың бындай төрө хеҙмәткәрҙәрҙе уларҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлауҙан, социаль страховкалау гарантияларынан, “һоро” эш хаҡы түләү арҡаһында пенсия тупланмаларын формалаштырыу мөмкинлегенән һәм башҡаларҙан мәхрүм итә.
Башҡортостанда законһыҙ мәшғүллек осраҡтарын асыҡлау буйынса әүҙем эш алып барыла. Мәҫәлән, 2014 йылдан законһыҙ мәшғүллекте кәметеү мәсьәләләре буйынса республика комиссияһының эшмәкәрлеге дауам итә.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һүҙҙәренсә, ошо эш осоронда республикала иҡтисадтың күләгәле секторынан 420 мең самаһы кеше сыҡҡан. Ағымдағы йылдың һигеҙ айында ғына Башҡортостанда 26 меңдән ашыу кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырған.

Башҡортостан Хөкүмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: