Бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел. Иң мөһиме – тормош ауырлыҡтарынан, яҙмыш һынауҙарынан ҡурсыр, яҡлар ғаиләңдең һәм яҡындарыңдың булыуы мөһим. Сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып, оҙаҡ йылдар ғүмер юлынан татыу, берҙәм атлаған парҙы нисек бәхетле тип әйтмәйһең инде?!
Ғүмере буйы балалар бәхете, уларҙың имен тормошо тип йәшәгән, һөйөү һәм хәстәрлек менән солғап алынған ғаиләләр бихисап. Уларҙың күбеһе матур йәшәү өлгөһө булып тора. Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш ауылында йәшәгән Сәлимә Әхмәтғәли ҡыҙы менән Фәүҡәт Ғәлләм улы Ҡотлошиндар ҙа тап шундайҙарҙан. Уларҙың йорто ла әллә ҡайҙан балҡып, унда уңған хужаларҙың йәшәгәнлегенә ишара булып, үҙенә саҡырып торғандай. Ҙур, матур, заманса итеп төҙөлгән йорт-ихата алдында ғаилә башлығы үҙе беҙҙе яҡын туғандары йәки әллә күптәнге таныштары кеүек бик ихлас ҡаршыланы һәм өйҙәренә әйҙүкләне. Ул арала ире эргәһенә йүгереп килеп сыҡҡан ихлас, уңған хужабикә лә хәләленең һүҙҙәрен ҡеүәтләне.
Һикһәненсе тиҫтәһен ҡыуған ғаилә башлығының теремеклегенә, зирәклегенә һәм әүҙемлегенә таң ҡалырһың. Ул ғүмер буйы тыуған ауылы Иҫке Ҡалҡашта эшләй һәм ижад итә. Уңған ғаилә башлығы тыуған ерендә төрлө эште атҡарған һәм донъялағы иң изге ғәмәлдәрҙең береһен башҡарған – иген иккән. Хаҡлы ялға сығыр алдынан һуңғы йылдарҙа ул Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһе хакимиәтенә етәкселек иткән һәм бихисап проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашҡан.
– Ғаилә ҡорғанға тиклем бер йыл осрашып йөрөнөк. Фәүҡәт миңә шиғырҙар уҡый торғайны. Башта берәй шағирҙыҡын яттан һөйләйҙер тип уйлай торғайным. Баҡтиһәң, ул үҙе шиғри юлдарҙы ижад иткән, – ти хужабикә.
Хәҙер ҙур, яҡты йортта ғүмер кисергән Ҡотлошиндар ғаилә ҡорғанда матди йәһәттән байлыҡ та булмаған, ике йәш йөрәктең йәшәү өсөн ынтылышы, бәхетле тормош өсөн тырышлығы барлыҡ яҙмыш кәртәләрен йырып сығырға булышлыҡ иткән.
– Ябай ғына туй үткәрҙек: хәҙерге йәштәрҙеке кеүек балдаҡтар ҙа булманы, өҫтөмдә лә кеше костюмы ине. Сәлимә лә аҡ туҡыма киҫәгенән тегелгән күлдәк кейҙе, – тип хәтер “янсығы”н систе йорт хужаһы. – Мин кәләшемде бәләкәй генә һалам башлы өйөбөҙгә алып ҡайттым. Ошо көндән беҙҙең ғаилә “карабы” ҙур тормош “диңгеҙе” буйлап юлланды. Дүрт йылдан колхоз беҙгә торлаҡ бүлде. Үҙем – Аксен, ҡатыным Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамланыҡ. Кешеләр ҙә, балалар ҙа – беҙҙеке, тигән принцип менән эшләнек.
Ғүмер аҡҡан һыу менән бер. Был ваҡытҡа ярты быуат ғүмер иткән инде: Ҡотлошиндар быйыл бергә иңгә-иң терәп ғүмер кисереүҙәренә 50 йыл тулыуҙы билдәләгән. Биш тиҫтә йыл тип әйтеүе генә анһат! Был ваҡыт арауығында ниндәй хәлдәр булмаған да яҙмыштың ниндәй генә һынауҙары үтелмәгән! Быны улар үҙҙәре генә бик яҡшы белә.
– Ошо йылдар эсендә Сәлимәм ныҡлы терәгем, ышаныслы таянысым булды. Әле һаман мин уның хеҙмәт яратыуына, сабырлылығына, аҡыллы булыуына, һәр нәмәне уйлап эш итеүенә һәм түҙемлелегенә һоҡланам, – тип уй-тәьҫораттарын уртаҡлашты Фәүҡәт Ғәлләм улы.
Ҡотлошиндарҙың матур ғаиләһенең төп байлығы – балалары. Бер-бер артлы донъяға килгән өс ҡыҙҙарына Рәсимә, Гөлсимә һәм Нәсимә тигән бик матур исемдәр ҡушҡандар. Улар күптән инде үҙҙәре башлы-күҙле, әсәй булған. Ғаиләләре менән тыуған йорттарына йыш ҡына ҡайталар. Был ваҡыт – Ҡотлошиндар өсөн иң бәхетле мәлдәрҙең береһе.
Хәҙер Сәлимә менән Фәүҡәт Ҡотлошиндарҙың өс ҡыҙы ла ғаиләләре менән Мегион ҡалаһында йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре һәм балалары өйгә ҡайтып төшһә, йәмғеһе 17 кеше туплана.
Сәлимә Әхмәтғәли ҡыҙы ғаиләһе тураһында һөйләгән арала 32 йыл буйы Иҫке Ҡалҡан ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы булыуы тураһында бәйән итте. Уға 14 ауыл биләмәһе башлығы менән эшләргә тура килгән.
– Ун дүртенсе ауыл биләмәһе башлығы тормош иптәшем Фәүҡәт Ғәлләм улы булды. Элек был вазифала эшләгәндәрҙе ике йыл ярымға һайлайҙар ине, һуңынан ғына дүрт йылға ҡалдырҙылар. Был дөрөҫ тә, сөнки ике йыл ярым эсендә кеше эшенең барлыҡ нескәлектәренә төшөнөп тә бөтмәйҙер. – Кемгәлер эш, кәңәш менән дә ярҙам итергә тура килде. Бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты итеп тә һайланылар.
Ғаилә башлығына уңғанлыҡ хас. Ул ауылда клуб мөдире, тракторсы, ферма мөдире, бригадир, агроном булып эшләгән, Киров исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары, Иҫке Ҡалҡаш хакимиәте башлығы кеүек вазифаларҙы башҡарған. Уның фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы һәм башҡа наградалар менән баһаланған.
– Хәҙер һыуҙы ҡойонан ташымайбыҙ, мейес яғып ыҙаламайбыҙ, керҙе автомат машина йыуа, өйҙәребеҙҙе газ йылыта: ҡала фатирындағы кеүек барлыҡ уңайлыҡтар бар. Магазин кәштәләре лә аҙыҡ-түлек менән туп-тулы. Пенсияһын да ваҡытында килтереп торалар. Ғаиләбеҙ имен йәшәһен, балаларыбыҙ ҡыуандырып торһон, күгебеҙ аяҙ булһын, – ти Фәүҡәт Ғәлләм улы.
Ауыл хакимиәтенә етәкселек иткән йылдарҙа үҙен шәп ойоштороусы, һәләтле шәхес итеп танытҡан Фәүҡәт Ҡотлошин сәсән телле лә. Һөнәре буйынса әҙәбиәттән йыраҡ торған кеүек булһа ла, ул бер ҡасан да унан ситләшмәгән. Ир-уҙамандың “Мин бәхетле”, “Нур балҡышы” тип исемләнгән китаптары донъя күргән. Әле тағы бер йыйынтығы баҫмаға әҙерләнгән. Унда төрлө темаларға яҙылған шиғырҙарын кинәнеп уҡырға мөмкин. Фәүҡәт Ҡотлошиндың шиғырҙары район гәзите генә түгел, республикабыҙҙың сатирик журналы “Һәнәк” тарафынан юғары баһаланған – “Йыл лауреаты” исеменә лайыҡ булған.
– Сабырлыҡтың төбө – һары алтын, тип тиккә әйтмәгәндәр. Тормош булғас, төрлө хәлдәр теркәлә. Юҡлыҡты ла үҙ елкәбеҙҙә татыныҡ. Үҙем дә, ирем дә атайһыҙ үҫкәс, һәр саҡ тормоштоң ҡәҙерен белдек, – ти Сәлимә Әхмәтғәли ҡыҙы.
Беҙ барғанда Ҡотлошиндарҙың ҡыҙы Гөлсимә ире Рафаэль, ҡыҙы Азалия, улы Илназ менән тыуған йортҡа ҡайтҡан ине.
– Балаларыбыҙҙың ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең хәл-әхүәлен телефон аша даими белешеп торһаҡ та, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү күпкә ҡәҙерлерәк, – ти Ҡотлошиндар. – Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, имен-һау булһындар, тип теләйбеҙ. Хәҙер барыбыҙ ҙа ожмахҡа тиң тормошта йәшәйбеҙ. Донъялар тыныс булһын ине.
ҺҮРӘТТӘ: Сәлимә менән Фәүҡәт Ҡотлошиндар ҡыҙҙары Гөлсимә, кейәүҙәре Рафаэль, ейән-ейәнсәрҙәре Азалия, Илназ менән.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.