Рәсәйҙә 1 октябрҙә Оло йәштәгеләр көнө 1992 йылдан алып билдәләнә. Көҙҙөң бай, емешле сағында был байрамды үткәреү матур йолаға әүерелгән, сөнки һәр кем ҡартлығында ғүмеренә йомғаҡ яһай. Был көндә эргә-тирәләгеләр ҙә, шул иҫәптән медицина хеҙмәткәрҙәре лә уларҙы байрам менән ҡотлай. Өфөләге 8-се ҡала клиник дауаханаһында оҙаҡ йылдар был медицина ойошмаһында хеҙмәт иткәндәр өсөн ишектәрен асты. Республика кардиология үҙәгендә лә байрам сараһы ойошторолдо. “Ветерандарыбыҙ – уникаль тәжрибә, аҡыл һәм тормош тәжрибәһе эйәһе. Уларҙың тарихтары беҙҙе һәм йәш быуын вәкилдәрен илһамландыра”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева.
17-се ҡала балалар дауаханаһы профсоюзы вәкилдәре ветерандарҙың өйҙәренә генә барып ҡалманы, уларҙы Ҡала мәҙәниәт һарайына ла саҡырҙы. 21-се ҡала клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә был көндө үҙҙәрендә эшләп хаҡлы ялға киткәндәрҙе ҡотланы.
Башҡорт дәүләт медицина университетының иң оло ветераны Әсғәт Асҡар улы Минһажетдиновҡа быйыл апрелдә 100 йәш тулды. Үҙенең оло йәштә булыуы сәбәпле, юғары уҡыу йорто ойошторған байрам сараһында ҡатнаша алманы. Шуға күрә профсоюз вәкилдәре уны өйөндә тәбрикләне.
- Профсоюз ойошмалары ветерандарҙы бергәләп ҡотлай, тантаналы саралар ойоштора, уларҙың өйөнә бара һәм был эшкә йәштәрҙе йәлеп итә. Шулай итеп, өлкән быуын вәкилдәренә хөрмәт тәрбиәләнә, - тип белдере Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы р әйесе Рауил Халфин.
.Баш ҡалалағы 13-сө, 18-се, Дим районындағы дауаханалар, Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы, 2-се стоматология поликлиникаһы, Ҡан ҡойоу станцияһы һәм башҡа медицина ойошмаларының профсоюздары ла был көндө ситтә ҡалманы - өлкәндәргә иғтибар-хөрмәт күрһәтте.
Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау профсоюзы.