Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Октябрь , 08:00

Өс бер туған ата-әсәйһеҙ ҡалған

Әйҙәгеҙ, уларға ярҙам итәйек. 

Өс бер туған ата-әсәйһеҙ ҡалған
Өс бер туған ата-әсәйһеҙ ҡалған

Башҡортостанда өс бер туған – ике малай һәм бер ҡыҙ бала өсөн хәстәрлекле һәм яратҡан ғаилә эҙләйҙәр. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы уларҙың анкеталарын баҫтырып сығарҙы.

10 йәшлек Артем бик изге күңелле, аралашыусан, тыныс, ихлас, эшһөйәр, намыҫлы малай.

Ете йәшлек ҡыҙҙың исеме – Елена. Быйыл ул 1 класҡа барған. Елена ҡурсаҡтар менән булышырға, өҫтәл уйындары уйнарға һәм бейергә ярата.

Кесе Александрға ни бары ике йәш. Малай төрлө уйынсыҡтар менән уйнарға, һүрәт төшөрөргә, әүәләргә ярата. Контактҡа еңел бара, тиҫтерҙәре һәм ололар менән яғымлы.

Һеҙ балаларға ғаиләле булырға ярҙам итә алаһығыҙ. Репост яһағыҙ, балаларҙы буласаҡ ата-әсәһе күрһен.

Тулыраҡ мәғлүмәтте (347) 218-03-62 номеры буйынса алырға мөмкин.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: