Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров социаль селтәрҙә кеше ауыр хәлдә ҡалғанда, бәләгә тарығанда ҡайҙа барыу, кемгә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге тураһында аңлатҡан.
“ Ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү өсөн Башҡортостанда Стратегик башланғыстар агентлығының яңы проекты –“Ярҙам платформаһы” һанлы навигаторы ярҙамға киләсәк. Бөгөн агентлыҡ етәксеһе Светлана Чупшева менән платформаны республикаға индереү буйынса фекер алыштыҡ.
Һигеҙ йүнәлеш буйынса эш барасаҡ:
– буллинг
–онкология
–яҡын кешеңде юғалтыу
–пенсияға сығыу
–өйҙә көс ҡулланыу
–тыныс тормошҡа ҡайтыу
–сабый тыуыуын планлаштырыу һәм бала тыуыуы
–үҙенсәлекле бала тыуыуы.
Платформа ярҙамында һәр кем ниндәй хәл булыуына ҡарап, тулы эш алгоритмын аласаҡ. Бер нисә минут эсендә бөтә тейешле хеҙмәттәргә заказ бирергә мөмкин.
Платформа бөтә социаль хеҙмәттәр күрһәтеүселәрҙе берләштерә, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа инә. Был үҙенсәлекле һанлы сервис, Рәсәйҙә тәү тапҡыр эш башлай. Башҡортостан саҡырыуҙы ҡабул итергә һәм “Ярҙам платформаһын” индереү буйынса пилот төбәк булырға әҙер.
Беҙҙең республика Стратегик башланғыстар агентлығы программаларында тәү тапҡыр ғына ҡатнашмай. Һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, хеҙмәт баҙары һәм халыҡ мәшғүллеге тармаҡтарында биш тормош хәле өсөн яңы моделдәрҙе уңышлы индерҙек. Өс йыл эсендә Башҡортостан тормош сифаты рейтингында 40-сы урындан 12-се урынға күтәрелде һәм ил төбәктәренең иң яҡшы ике тиҫтәһенә инде. Иң мөһиме – республика халҡы үҙгәрештәрҙе баһаланы. Дәүләт сервистары уңайлыраҡ һәм оперативыраҡ була бара. “Ярҙам платформаһы” халҡыбыҙҙың тормошон яҡшыртасаҡ тағы ла бер файҙалы ресурс буласағына ышанам.