Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Октябрь , 22:00

Балсыҡтың да тылсымы бар

Ҡасандыр балсыҡ әүәләү, көршәкселек менән мауығыу баһалы һөнәр иҫәпләнмәһә лә, бөгөн ул ҡыҙыҡлы ла, ижади яҡтан үҫтереүсе лә ғәмәл булып тора.

Балсыҡтың да тылсымы бар
Балсыҡтың да тылсымы бар

Беҙ бөгөн Тәтешле районының Балалар ижады үҙәгендәге “Солнечный круг” тип аталған заманса инклюзив оҫтаханала. Бында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар балсыҡтан төрлө әйберҙәр әүәләп эшләү менән шөғөлләнә. Бындай инклюзив оҫтахана районда ғына түгел, республиканың төньяҡ райондарында ла, тәүге проекттарҙың береһе, ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, ул инвалидтарҙы һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе үҙенә тартып торған, ижади һәләттәрен асырға, аралашырға ярҙам иткән әһәмиәтле урын буласаҡ. Мөһим эште Президент гранттары фонды һәм район хакимиәте ярҙамында атҡарып сыҡҡандар.

Оҫтахана бүлмәһенә ремонт яһалған, грант аҡсаһына балсыҡтан яһалған әйберҙәрҙе яндырыу мейесе, көршәксе түңәрәге алынған. Балалар ҡулдары менән аҡ балсыҡтан төрлө әйберҙәр әүәләргә, уны ялтырауыҡлы буяу менән буярға, лакларға өйрәнә. Мейестәге 1200 градуслыҡ эҫелә быяла ирей. Буялған изделиелар унда алты сәғәт киптерелә. Балсыҡ терапияһы күптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялауҙа уңышлы ҡулланыла. Проекттың идеяһы ла шунда: көршәкселәр оҫтаханаһы ярҙамында инвалидтарҙың ижади, мәҙәни-ял эшмәкәрлеген ойоштороу. Педагог Елена Фәниз ҡыҙы Әхийәрова әйтеүенсә, был эш  балаларҙың физик һәм психик торошон тергеҙеүгә, тирә-яҡҡа яраҡлашыу һәләтен арттырыуға йүнәлтелгән психологик һәм ижади сараларҙы тормошҡа ашыра. Проект командаһы бер нисә тапҡыр оҫталыҡ дәрестәре үткәргән дә инде. Балсыҡтан ҡулдары менән әүәләп һауыт-һаба һәм биҙәүестәр эшләү балаларға оҡшаған. Бындай күнекмәләр яңы һөнәр алырға, район символикаһы төшөрөлгән туристик сувенирҙар ижад итергә, яңы дуҫтар табырға, тормош сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк, ти белгестәр. Әҙер изделиеларҙы сувенир лавкаһында һәм социаль селтәр аша һатырға мөмкин буласаҡ. Ғөмүмән, көршәкселәр оҫтаханаһы район өсөн бик үҙенсәлекле күренеш булмаҡсы. Уның “Асыҡ мөхит” программаһына ярашлы булыуы, ауылдың тормош ҡайнап торған, ҡунаҡтар йыш килгән, музейҙар эшләгән урында урынлашыуы ла яйлы.

– Етмеш кеше өсөн, төркөмдәргә бүлеп, занятиелар үткәрелә. Керамика белгестәре балсыҡтан төрлө изделиелар яһарға өйрәтә. Муфель мейесендә яндырғандан һуң улар быяла иретеп эшләнгән ялтырауыҡ менән  ҡаплатыла. Изделиеларҙы төрлө орнаменттар менән биҙәргә мөмкин. Шулай итеп, проектта ҡатнашыусылар балсыҡты эшкәртеүҙең тулы циклын үҙләштерә. Асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ кластары үткәреү, күргәҙмәләр ойоштороу планлаштырыла. Грант ярҙамында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн файҙалы инклюзив эшмәкәрлек ойошторҙоҡ, тип әйтә алам, – ти педагог Елена Фәниз ҡыҙы. – Тәтешле районында 21 меңдән ашыу кеше йәшәй. Инвалидтар һаны ике йөҙҙән ашыу. Улар өсөн ял итеү, буш ваҡытты уҙғарыу урыны булмауы, социаль адаптация буйынса эш алып барылмауы һәр саҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булды. Шуға күрә район үҙәгендә “Солнечный круг” инклюзив көршәкселәр оҫтханаһы” эш башлауы ҡайһы берәүҙәр өсөн тормошта үҙ урынын табыуҙа, ижади һәләттәрен үҫтереүҙә өр-яңы аҙым булыр тип ышанам. Өҫтәүенә занятиелар балаларҙа коллективизм тойғоһон уятыуға булыша, һөҙөмтәнән бигерәк ижади мөхит процесы мөһим.

Елена Әхийәрова Балалар ижады үҙәгендә утыҙ йыл эшләй. Биҙәү-көнкүреш әйберҙәре яһау сәнғәте менән күптән ҡыҙыҡһына. “Рәсем төшөрөү, ҡағыҙ-сепрәктән төрлө матур изделиелар эшләү, балаҫ һуғыу менән шөғөлләнергә яраттым, ә балсыҡтан ҡулдарың менән әүәләп ижади өлгөләр тыуҙырыу үтә мауыҡтырғыс! Балалар менән кинәнеп эшләйбеҙ. Ә бит балсыҡты әүәләү сәләмәтлек өсөн иҫ киткес файҙалы, моториканы үҫтерә, телмәрҙе, һүрәт төшөрөүҙе  үҙләштерергә ярҙам итә, хатта почеркты үҙгәртә”, – ти педагог.

Белгестәрҙең әйтеүенсә, бала балсыҡтан төрлө әйберҙәр эшләгәндә уйларға, фантазияһын эшкә егергә, иғтибарын тупларға өйрәнә, нервы көсөргәнешенән ҡотола. Ҡасандыр балсыҡ әүәләү, көршәкселек менән мауығыу баһалы һөнәр иҫәпләнмәһә лә, бөгөн ул ҡыҙыҡлы ла, ижади яҡтан үҫтереүсе ғәмәл дә булып тора. Беҙҙең заманда был һөнәр икенсе һулышын кисерә, тип әйтеү ҙә урынлы, балалар баҡсалары программаларында, реабилитация үҙәктәрендә мөһим урын биләй, сөнки уның сәләмәтлекте нығытыуҙағы роле иҫбатланған.

Балсыҡ – тәбиғи материал, боронғо замандарҙан уҡ кешеләргә бик таныш, экологик яҡтан таҙа. Шундай үҙенсәлеге лә бар, ти белгестәр, уның менән эшләгәндә, мәҫәлән, пластилин йәки ҡамыр менән эшләгәнгә ҡарағанда, күберәк көс, оҫталыҡ талап ителә. Был материалдар менән эшләү балаға ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын үҫтерергә ярҙамлаша. Ғалимдәр күптән инде телмәр үҫеше менән ваҡ моториканың бәйләнешен иҫбатлаған. Бала ни тиклем бармаҡтары менән күберәк эшләй, шунса ул тиҙерәк үҫешә, яҡшыраҡ һөйләшә һәм уйлай. Был йәшерен һәләттәрҙе асыҡлау һәм үҫтереү өсөн иң ябай һәм тәьҫирле ысул.

– Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә беҙҙең оҫтахана менән ҡыҙыҡһына. Утыҙ йәштәге Илшат та балсыҡтан изделиелар эшләү менән мауыға. Ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бар. Әсәйҙәре, өләсәйҙәре менән йөрөргә яраталар. Коляскала хәрәкәт итеүсе инвалидтар ҙа беҙҙә йыш була, улар өсөн асыҡ мөхит булдырылған. Күрәһегеҙ, бөгөн дә оҫтахана буш түгел, Рамина, Нелли, Ильяс һәм Булат һеҙҙе ҡул эштәре, эш барышы менән таныштырыр, – тип Елена Фәниз ҡыҙы балаларҙың береһенән-береһе матурыраҡ әйберҙәрен күрһәтә. – Балсыҡтың тылсымлы сифаттарын күптәр белмәйҙер ҙә әле.

Ни өсөн оҫтахана тураһында һүҙ сыҡҡанда “инклюзив” һүҙен йыш ҡулланабыҙ? Ябай ғына итеп аңлатҡанда ул – кешеләрҙе (мәҫәлән, белем алыу өлкәһенә) физик, физиологик йәки башҡа үҙенсәлектәренә ҡарамайынса, ихтыяждарын иҫәпкә алып, айырым системаға индереү. Инклюзив үҫеш маҡсаты – йомшаҡ, тиҙ рәнйей торған, аралашмаусан ҡатламға ҙурыраҡ иғтибар йүнәлтеп, тигеҙ мөмкинлектәр биреү өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу. Әлеге көндә Рәсәйҙә бындай ярҙамға мохтаж балалар һаны 700 меңдән аша. Инклюзив белем биреү үҫеше һөҙөмтәһендә бөгөн уларҙың күбеһе тиҫтерҙәре менән бергә уҡыу мөмкинлегенә эйә. Инклюзияның асыҡ сағылышын мәҙәниәт өлкәһендә яҡшы күрәбеҙ, инвалидтар өсөн уңайлы пандустар, лифттар ҡуйыу, насар күреүселәр өсөн күргәҙмәләрҙә картиналарҙың тактиль копияларын урынлаштырыу яңылыҡ түгел инде. Шул арҡала йәмәғәт тормошона ылығыу, үҙеңдең кәрәклегеңде тойоу, яһалма кәртәләрҙе еңеү өсөн мөмкинлектәр ҙә арта.

...Оҫтаханалағы тынлыҡты балаларҙың үҙ-ара әңгәмәләшеп, бер-береһенең ҡул эштәре менән танышып, фекер алышыуҙары ғына боҙҙо. Һәр саҡтағыса Ильяс өлгөрөрәк  булып сыҡты, маҡтау һүҙҙәренән һуң ҡанатланып киткән малайҙың йөҙө балҡығанын асыҡ тойҙоҡ. Бәхет өсөн күп кәрәкмәй ҙә икән...

Динә Арыҫланова.

Тәтешле районы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Балсыҡтың да тылсымы бар
Балсыҡтың да тылсымы бар
Балсыҡтың да тылсымы бар
Балсыҡтың да тылсымы бар
Балсыҡтың да тылсымы бар
Балсыҡтың да тылсымы бар
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: