Өфөлә “Салют” реабилитация комплексы асылыу уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ата-әсәләр менән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам сараларын арттырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Осрашыуҙа шулай уҡ коррекцион мәктәптәр һәм социаль учреждениелар, хәйриә ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Төбәк етәксеһе “Салют” базаһында үткән семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
– Барыһынан да элек һеҙгә балалар менән ҙур һәм яуаплы эш башҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Һеҙ бөтә көсөгөҙҙө һәм мөмкинлектәрегеҙҙе балалар ауыр сирҙәр менән бәйләнгән ябай булмаған осорҙо үтһен һәм, иң мөһиме, үҙ тормошоноң алдағы юлын күрһен өсөн йүнәлтәһегеҙ. Был бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ “Салют” реабилитация-белем биреү үҙәгенең берҙәм методик ярҙам майҙаны булыуын планлаштырабыҙ, һеҙ унда осрашып, иң яҡшы практик тәжрибә менән уртаҡлашасаҡһығыҙ. Беҙҙең алда ябай булмаған бурыс – медицинаны, мәғарифты һәм социаль эште берләштереү. Һәм беҙ уны бергәләп тормошҡа ашырырға тейешбеҙ.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре, коррекцион мәктәптәр етәкселәре менән осрашты.
– Беҙҙең берлектәге эштең бөтә мәғәнәһе – һеҙҙең – үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләренең – власть алдына ҡуйған һорауҙарығыҙҙың сиселешен табыу. Беҙ һеҙҙең менән балаларығыҙҙы реабилитациялауға сертификаттар проектын тормошҡа ашырҙыҡ. Һеҙҙең үтенестән һуң “Салют” комплексы төҙөлөшөнә тотондоҡ. Баланың һауыҡтырып булмай торған сиргә юлығыуы – иң юғары ғәҙелһеҙлек, әммә шулай килеп сыҡҡан икән, беҙ уға бөтә яҡшылыҡтарҙы бирергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың әсәләре республика етәксеһенә “Салют” комплексы асылыуы уңайынан ҙур рәхмәт белдерҙе һәм реабилитация курсына яҙылыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе реабилитация комплексына Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил булып тиҫтә йылдан ашыу эшләгән Милана Скоробогатованың етәкселек итәсәген белдерҙе.
Олег Яровиков фотоһы.