Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Октябрь , 19:20

Инвалидтар өсөн бушлай такси!

Уның менән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм өлкәндәр файҙалана аласаҡ. 

Инвалидтар өсөн бушлай такси!
Инвалидтар өсөн бушлай такси!

Өфөлә “Именлек” республика геронтология үҙәгендә пилот һынап ҡарау өсөн “Социаль такси” хеҙмәте асыла. Хеҙмәттәр инвалид балаларға һәм өлкәндәр араһында тәүге төркөм инвалидтарға күрһәтелә. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова белдерҙе.

Социаль такси Өфө сиктәрендә эшләйәсәк. Хеҙмәт бушлай. Һәр ҡулланыусы айына дүрт тапҡыр юлға сыға ала, уларҙың һәр ҡайһыһы ике сәғәттән дә артмаҫҡа тейеш. Хеҙмәттең автопаркы йәмғеһе һигеҙ машина менән тулыландырыла, уларҙың берәүһе терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған пассажирҙарҙы йөрөтөү өсөн йыһазландырыла.

– Беҙ тейешле норматив хоҡуҡи акттар проекттарын әҙерләнек һәм республика Хөкүмәтенә индерҙек. Уларҙы ҡабул иткәндән һуң шунда уҡ социаль такси эшенә тотонабыҙ, – тине Ленара Иванова. – Ете автомобиль һатып алынды ла инде. Йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикле 5 меңләгән кешене социаль ташыуҙарға йәлеп итергә уйлайбыҙ.

Хеҙмәтте беренсе тапҡыр алыу өсөн шәхсән йәки электрон почта аша хеҙмәткә шәхесте раҫлаусы һәм инвалидлыҡты раҫлаусы документтар, шулай уҡ СНИЛС килтерергә кәрәк.

Диспетчер ғаризаларҙы юлға сығыу көнөнә тиклем ике көн алдан ҡабул итә. Дауаханаларға, дарыуханаларға, дәүләт һәм социаль учреждениеларға, Күп функциялы үҙәктәргә, вокзалдарға һәм аэропорттарға, көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү ойошмаларына, элемтә бүлексәләренә барып етергә мөмкин. Водителдәр пассажирҙарға машинаға ултырырға, унан сығырға, оҙатыусы булмаған осраҡта учреждениеға инеү яғына барып етергә, пандус йәки баҫҡыс буйлап күтәрелергә ярҙам итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылында ошо проектты ғәмәлгә индереүҙең мөһимлеген билдәләне.

– Социаль такси ойоштороу мәсьәләһен “үҙенсәлекле” балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа күтәрҙеләр. Был ҙур булмаған, әммә бик сетерекле тема. Был йүнәлештә эште башланыҡ та инде, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: