Башҡортостанда ауыр тормош хәленә тарығандарға ярҙам итеү өсөн Стратегик инициативалар агентлығының яңы проекты - “Ярҙам платормаһы” һанлы навигаторы башлана. Бөгөн Стратегик инициативалар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева менән кәңәшмәлә республикала платформаны индереү тикшерелде.
Платформаның беренсе версияһында интерфейс һигеҙ йүнәлеш буйынса маршрут тәҡдим итә:
Платформа ярҙамында һәр кем тормош хәле буйынса эҙмә-эҙлекле хәрәкәт алгоритмы, ике минутта кәрәкле хеҙмәттәргә заказ биреү мөмкинлеге ала ала.
Платформа бөтә социаль хеҙмәттәр күрһәтеүселәрҙе, шул иҫәптән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы берләштерә. Был - уникаль һанлы сервис, Рәсәйҙә ул тәүге тапҡыр эшләй башлай. Башҡортостан «Ярҙам платформаһын» индереү буйынса пилот төбәге булырға әҙер.
Республикабыҙ Стратегик башланғыстар агентлығы программаларында беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Ул уңайлы инвестиция мөхитен булдырыу, социаль өлкәне, туризмды үҫтереү буйынса проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, хеҙмәт баҙары һәм халыҡ мәшғүллегенә ярҙам итеү йәһәтенән яңы моделдәр уңышлы индерелә. Өс йыл эсендә Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләгән йәшәү сифаты рейтингында 28 позицияға – 40-тан 12-сегә күтәрелде һәм илдең иң яҡшы 20 төбәге исемлегенә инде.
“Ярҙам платформаһы” башҡортостандарҙың тормошон яҡшыртҡан тағы бер файҙалы ресурс булыр, тип ышанам, тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
https://vk.com/wall555400080_12960