Нефтекама дауаханаһында яңы белгестәр ҡабул итеүгә арналған тантаналы сара үтте, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Дауахана командаһына йәш табиптар: терапевт, педиатр, колопроктолог, хирург, невролог, оториноларинголог һәм кардиолог, шулай уҡ акушеркалар, фельдшер һәм кесе медицина персоналы өҫтәлде.
Дауахананың баш табибы Рафаэль Зыятдинов һәр йәш белгестең әһәмиәтле булыуын билдәләне һәм йәштәрҙең медицина учреждениеһына яңы һулыш индереүенә ышаныс белдерҙе. Байрам йылы, дуҫтарса мөхиттә үтте. Яңы белгестәргә иҫтәлекле бүләктәр – медицина халаттары, фонендоскоптар тапшырылды. Бер маҡсат һәм пациенттар тураһында хәстәрлек менән йәшәү яңы бейеклектәр яуларға ярҙам итер. Йәштәргә уңышлы карьера, һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: https://vk.com/minzdrav_02