Стәрлетамаҡта күп балалы яңғыҙ атайға балаларын ҡарау өсөн эшенән китергә тура килә. Ул бәләкәй балалары, шул иҫәптән инвалид-бала менән был донъяла бер үҙе ҡалған. Был ғаиләнең хәле тураһында “КП-Өфө” баҫмаһына “Изгелек йәйғоры” кризис үҙәге етәксеһе Регина Бирғулиева һөйләгән.
Ғаиләлә фажиғәлә хәл быйыл февралдә була – яман шеш менән сирләгән әсә вафат була. 45 йәшлек Николай исемле ирҙең ҡулында биш бала – ике улы һәм өс ҡыҙы ҡала. Балаларҙың береһе коляскала йөрөгән инвалид һәм уны даими ҡарау кәрәк. Ҡыҙыҡай тыумыштан ДЦП менән сирләй. Балалар бәлиғ булмаған, өлкән малайға 13, игеҙәк ҡыҙҙарға 12-шәр, 10 йәшлек ҡыҙ һәм алты йәшлек малай үҫә ғаиләлә.
Ҡатыны сирләп һәм үлеп киткәнсе ир үҙе эшләгән һәм ғаиләһен бар кәрәк нәмә менән тәьмин иткән. Ул төҙөлөш фирмаһында начальник булған. Ғаилә проблемаларҙы еңеп килгән. Һуңғы өс йылда ҡатын дауаланған, дүрт химия терапияһы үткән, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл ҡыш организмы түҙмәгән. Ҡатынын ерләгәс, иргә эшенән китергә тура килә, сөнки балаларҙы ҡарарға башҡа кеше юҡ. Шул саҡтан ғаиләгә ауыр ваҡыттар килә.
Ҡатыны үлгәнгә тиклем үк ир шәхси йорттарында ремонт башлаған була, ләкин уны тамамлар өсөн аҡса етмәй. Бынан тыш Николайға пособие лә бирмәйҙәр, сөнки ҡатыны үлгәнсе, уларҙың ғаиләһе аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнмәгән. Закон буйынса, дәүләт был осраҡта иргә бер нисек тә ярҙам итә алмай. Әле балалар ҡараусыһын юғалтыусы булараҡ һәр береһенә 12 мең һум аҡса ала, тик уларҙы ҙур ғаиләне ҡарар өсөн бер нисек тә еткереп булмай. Аҡса балаларҙың секциялары өсөн түләүгә һәм ремонтҡа китә. Йортто ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә һәм йылытырға кәрәк.
Ремонт арҡаһында өйҙә коммуникациялар менән проблема тыуған, шуға күрә ир балаларын йыуындырыу өсөн туғандарына йөрөтөргә мәжбүр. Кейемдәрен дә кешегә алып барып йыуалар, сөнки канализацияны таҙартырға машина саҡырырлыҡ аҡсалары юҡ.
Николайҙың иҫке генә “Волга” машинаһы бар, уның менән ул балаларын йөрөтә. Ләкин әле машина боҙолған һәм ремонт талап итә. Ир быға бик борола, сөнки балаларҙы мәктәпкә, секцияларға һәм сирле ҡыҙҙы реабилитацияға йөрөтөргә кәрәк. Машинаның боҙолоуы уларҙың тормошон ныҡ ҡына ауырлаштыра. Шуға күрә ҡыҙҙы әлегә кризис үҙәге йөрөтөргә ярҙам итә.
– Ғаилә бик һәйбәт, тик бер кем дә былай килеп сығыр тип уйламаған, – ти ирекмән. – Ҡатын үлгәс, бөтә бурыстар ир өҫтөнә төшә. Секцияларҙа балаларҙы бер кем дә бушлай уҡытырға теләмәй. Николай балаларын ныҡ ярата һәм улар тураһында хәстәрлек күрә. Ҡатынһыҙ ҡалғас, уға бик ауыр.
Ғаилә башлығы кешеләрҙән аҡса һорамай, уға ни бары автомобилен һәм йортон ремонтлашырға кәрәк. Ремонт эшләргә уның көсө, ә кеше ялларға аҡсаһы юҡ. Шуға күрә Регина Бирғулиева социаль селтәрҙә ғаиләгә ярҙам итергә теләүселәрҙе эҙләй.
“Эшсе ҡулдар кәрәк. Бәлки кемдер килеп, ярҙам итер. Өйҙө эшләп бөтөрөр өсөн материалдар бар, тик ҡышҡа тиклем тамамларға ярҙамсылар ғына юҡ”, – ти ирекмәндәр.
Фото: "КП-Өфө".