Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Октябрь , 22:40

Күп функциялы үҙәк офисы яңы адрес буйынса асылды

Федоровка ауылының күп функциялы үҙәге офисында бөтәһе – 390, шул иҫәптән 47 муниципаль хеҙмәт күрһәтелә.

Күп функциялы үҙәк офисы яңы адрес буйынса асылды
Күп функциялы үҙәк офисы яңы адрес буйынса асылды

Федоровка ауылында яңы адрес буйынса күп функциялы үҙәк бүлексәһен асыу тантанаһы булды. Яңы бинала федераль талаптарға һәм «Минең документтарым» фирма стиленә - Рәсәй Федерацияһы биләмәһендәге барлыҡ күп функциялы үҙәктәр өсөн берҙәм брендҡа ярашлы ремонт эштәре башҡарылған.

Бүлексәне асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азамат Абдрахманов, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе урынбаҫары Михаил Койда, Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов, республиканың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова ҡатнашты.

- Беҙ күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре һәм ғариза биреүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған матур офис алдыҡ. Майҙан 1,5 тапҡырға артты, ғариза биреүселәр өсөн көтөү урыны киңәйтелде, хеҙмәтләндереү тәҙрәләре артты, мөмкинлектәре сикле граждандар өсөн кәрәкле шарттар булдырылды. Был офисты асыу – республикала йәшәүселәр өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын яҡшыртырға ынтылышыбыҙҙа тағы ла бер аҙым, - тине Азамат Абдрахманов.

Федоровка ауылының күп функциялы үҙәге офисында бөтәһе – 390, шул иҫәптән 47 муниципаль хеҙмәт күрһәтелә.

Белешмә өсөн:

Федоровка ауылының яңы офисы Социалистик урамы, 11 адресы буйынса урынлашҡан. Эш режимы: дүшәмбе 9-19.00; шишәмбе - йома: иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем; шәмбе: 9-13.00; йәкшәмбе: ял көнө. Бәйләнеш үҙәге телефоны: 7 (347) 246-55-33 / 7 (927) 3333 100.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: