24 – 25 октябрҙә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһындағы хәстәрлек йылындағы иң ҙур сараларҙың береһе – III “Кәртәләрҙе емереп” Бөтә Рәсәй форумы үтә. Сара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялауға арналған. Бында ошо өлкәләге һуңғы йылдарҙа уйлап сығарылып эшләнгән ҡорамалдар тәҡдим ителә, төрлө “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар ойошторола, килешеүҙәр төҙөлә.
“Кәртәләрҙе емереп” форумының пленар ултырышы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киләһе 2025 йылдың Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип иғлан ителәсәге тураһында әйтте. Ошо хаҡтағы указға яҡын арала ҡул ҡуйыласаҡ. Башҡортостан Башлығы был ҡарарҙы ҡабул иткәндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм Шайморатов генерал ордены кавалерҙарының мөрәжәғәттәренең иҫәпкә алыныуы тураһында әйтте, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.