Социаль мәсьәлә
24 Октябрь 2024, 16:50

“Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” форум-күргәҙмәһе бара

Баш ҡалалағы “Торатау” конгресс-холында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә тулыһынса йәшәргә ярҙам итеүселәр йыйылды.

“Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” форум-күргәҙмәһе бара“Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” форум-күргәҙмәһе бара
“Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” форум-күргәҙмәһе бара

Баш ҡалалағы “Торатау” конгресс-холында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә тулыһынса йәшәргә ярҙам итеүселәр йыйылды. Улар – реабилитациялау сараларын, социаль объекттарҙы һәм фатирҙарҙы адаптациялау өсөн ҡорамалдарҙы, медицина һәм башҡа изделиеларын етештереүсе 50-ләп ойошма. Туристик фирмалар, медицина ойошмалары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәмәғәт ойошмалары үҙ продукцияһын күргәҙмәгә ҡуйҙы.

Форумда уңайлы мөхит һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау өлкәһендәге федераль эксперттар ҡатнаша. Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу төбәгенән ҡатнашыусылар тәжрибә менән уртаҡлаша. Төрлө йүнәлештәге мәсьәләләр тураһында һөйләшеү 30-ҙан ашыу майҙансыҡта бара.

Программала - оҫталыҡ дәрестәре, инклюзив мода күрһәтеү, “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” балалар ижады фестивале гала-концерты һәм башҡалар.

Автор: Галина Тряскина.

Динар Кәлимуллин фотоһы.

Сығанаҡ, фото: resbash.ru/news/obshchestvo/2024-10-24/v-ufe-prohodit-vserossiyskiy-forum-vystavka-

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас