Кисә “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе сиктәрендә бик күп саралар булды һәм иртәгә 25 октябрҙә тағы дауам итә.
Бөгөн Рәсәйҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Былтыр декабрҙә ил Президенты Владимир Путин инвалидтарҙы комплекслы реабилитациялауҙы һәм абилитациялауҙы яҡшыртыу маҡсатында закондарға үҙгәрештәр индерҙе.
Уңайлы мөхит – ул коммуникациялар йәһәтенән дә уңайлылыҡ, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ҡаршылыҡтарҙы емергәндә ярҙамды дөрөҫ ойоштороу. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан уңайлы мөхит өлкәһендә системалы ҡарарҙарҙы хәл итеү буйынса пилот проекты булды һәм республика тәжрибәһе киң тарала. Уңайлы мөхит мәсьәләләре буйынса Башҡортостанда ҙур эш атҡарыла.
Үҙҙәрен ҡарай алмаған кешеләр хаҡында хәстәрлек – заман дәүләтенең төп бурыстарының береһе. Шуға артабан да был мәсьәләлә эҙмә-эҙлекле эшләү көнүҙәк. “Беҙ илдә йәшәү өсөн иң уңайлы төбәк төҙөйбөҙ һәм кешеләр унда барыһы ла үҙен яҡшы, имен, яҡлаулы тойорға тейеш”, - тигән фекерҙәр яңғырай форум-күргәҙмә эшендә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.