Социаль мәсьәлә
24 Октябрь 2024, 14:15

Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр үткәрелә

Статс-секретарь, Рәсәй оборона министры урынбаҫары, “Ватан һаҡсылары” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева республика етәкселегенә “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” Бөтә Рәсәй форумының юғары кимәлдә ойошторолғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Дәүләт мәнфәғәтен яҡлап ҡаты яраланғандарға, инвалидлыҡ алғандарға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Эш тәжрибәһе был йәһәттән хәл ителмәгән мәсьәләләр юҡ икәнлеген күрһәтә. Ҙур иғтибар бүленергә тейешле йүнәлештәр бар. Был властың төбәк һәм федераль органдарының, йәмәғәт ойошмаларының һәм социаль йәһәттән яуаплы эшҡыуарлыҡтың берләшеүен талап итә, - тине Анна Цивилева. – Беҙ республика етәкселегенә рәхмәт әйтәбеҙ: өсөнсө йыл инде “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” форумы үткәрелә. Беҙ, һис шикһеҙ, был проектҡа булышлыҡ итәсәкбеҙ һәм бында тәҡдим ителгән идеяларҙы үҫтерәсәкбеҙ”.

24 – 25 октябрҙә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһындағы хәстәрлек йылындағы иң ҙур сараларҙың береһе – III “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” Бөтә Рәсәй форумы үткәрелә. Ул сара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялауға арналған. Бында ошо өлкәләге һуңғы йылдарҙа уйлап сығарылып эшләнгән ҡорамалдар тәҡдим ителә, төрлө “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар ойошторола, килешеүҙәр төҙөлә.

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/184602.html Фото: "Башинформ".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас