Социаль мәсьәлә
24 Октябрь 2024, 16:45

Радий Хәбиров “Ватан һаҡсылары” Дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева менән осрашты

24 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм статс-секретарь – Рәсәй оборона министры урынбаҫары, “Ватан һаҡсылары” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Дәүләт ярҙамы фонды рәйесе Анна Цивилеваның эш осрашыуы булды. Көн тәртибендә – хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә һәм һәләк булғандарҙың туғандарына ярҙам күрһәтеү.

Радий Хәбиров “Ватан һаҡсылары” Дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева менән осраштыРадий Хәбиров “Ватан һаҡсылары” Дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева менән осрашты
Радий Хәбиров “Ватан һаҡсылары” Дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева менән осрашты

24 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм статс-секретарь – Рәсәй оборона министры урынбаҫары, “Ватан һаҡсылары” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Дәүләт ярҙамы фонды рәйесе Анна Цивилеваның эш осрашыуы булды. Көн тәртибендә – хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә һәм һәләк булғандарҙың туғандарына ярҙам күрһәтеү.

Башҡортостан Башлығы етди яраланған хәрбиҙәрҙе комплекслы реабилитациялау системаһының үҫеүенә республикала ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.

- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү республикала өҫтөнлөклө бурыс булып тора.  Бөгөн беҙ сираттағы гуманитар йөктө оҙаттыҡ. Был эш беҙҙә ойошҡанлы юлға һалынған. Луганск Халыҡ Республикаһында логистик складыбыҙ бар, ул халыҡ, йәмәғәт ойошмалары, ҙур предприятиеларыбыҙ туплаған йөктө һөҙөмтәле алып барып еткерергә мөмкинлек бирә.

Беҙҙә һуғыш ветерандарының Республика клиник госпитале әүҙем эшләй. Реабилитациялау өсөн яңы һәм һөҙөмтәлерәк техник сараларға ихтыяж үҫешеүен аңлап, беҙ уларҙы етештергән предприятиеларға ярҙам итеү буйынса махсус программа булдырҙыҡ. Был маҡсатта йыл һайын бюджетҡа 20 млн һум һалына. Шул уҡ ваҡытта аныҡ шарт та ҡуйыла – яңы продукция заманса һәм баҙарҙа конкуренцияға һәләтле булырға тейеш.

Төбәк етәксеһе “Ватан һаҡсылары” Дәүләт фондының Башҡортостан филиалындағы эшенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Күп яугирҙәрҙең оҙайлы ваҡытта хәл итә торған ҡатмарлы һорауҙары барлығын аңлайбыҙ – буталсыҡ торлаҡ мәсьәләһе, ауыр шәхси йәки ғаилә хәле. Әммә Дәүләт фондының беҙҙәге филиалы яҡшы ойошторолған – бындай һорауҙарҙы хәл итерлек көслө юридик төркөм төҙөлгән. Бынан тыш Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Сибай ҡалаларында МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәктәре булдырылды. Беҙ егеттәрҙең ҡайтыуына ныҡлы әҙерләнәбеҙ. Был Оборона министрлығы һәм төбәктәр етәкселәренең үҙ-ара эш итеүен талап иткән күләмле эш.

Статс-секретарь – Рәсәй оборона министры урынбаҫары, “Ватан һаҡсылары” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Дәүләт ярҙамы фонды рәйесе Анна Цивилева республиканың ҙур ҡалаларында хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүсе үҙәктәр булдырыу практикаһын айырыуса билдәләне.

 -  Башҡортостанда ҙур эш алып барылыуын күрәбеҙ. Һеҙҙең инициативағыҙ һәм «Ватанды Һаҡлаусылар» Дәүләт фондының ярҙамы, атап әйткәндә, бер юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу – уникаль ҡараш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Анна Цивилева. - Ғәҙәттә беҙ үҙәк филиалдарҙы өлкә үҙәктәрендә генә ойошторабыҙ, ә урындарҙа социаль координаторҙарыбыҙ эшләй. Һеҙ бит һөҙөмтәлерәк юлға сыҡтығыҙ, республиканың ҙур муниципалитеттарында бер юлы бер нисә үҙәк булдырҙығыҙ. Бындай ойоштороу структураһы мохтаждарға оператив адреслы ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Был тәжрибә Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында ла таратылыр, тип ышанам, - тине ул.

Осрашыуға йомғаҡ яһап, Анна Цивилева III «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам иткәне өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

 – Бөгөнгө форумды уҙғарыу үҙе үк дәүләттең инвалидтарға иғтибарын күрһәтә. Бында хатта алыҫ тораҡ пункттарҙан килгән балаларҙы күреү айырыуса мөһим. Улар өсөн был ысын байрам – аралашыу, күргәҙмәне ҡарау мөмкинлеге, – тип билдәләне Анна Цивилева. -Форумда протез -ортопедия тармағын үҫтереү, реабилитациялау һәм комплекслы хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Был мөһим һәм кәрәкле эш өсөн төбәк командаһына рәхмәт.

Фото һәм мәғлүмәт:https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/184654.html

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас