“Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе сиктәрендә бик күп саралар булды һәм иртәгә, 25 октябрҙә, тағы дауам итә. Бөгөн форум сиктәрендә Стратегик инициативалар агентлығы директоры Светлана Чупшева Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров менән яңыраҡ асылған “Салют” балалар реабилитация комплексын ҡараған.
Комплекс республика Башлығы тәҡдиме менән төҙөлдө.
Светлана Чупшева үҙәктә балалар өсөн тыуҙырылған шарттарҙы бик юғары баһалаған һәм агентлыҡтың төбәк командаһы менән бергә эшләргә ниәтләнеүен белдергән. Стратегик башланғыстар агентлығы комплекслы реабилитациялауҙы ойоштороу, мониторинг үткәреү, белгестәр әҙерләү программаһы стандарттарын эшләү йүнәлештәрендә эшкә ҡушыла ала, тип белдергән агентлыҡ етәксеһе.
Сығанаҡ, фото: mgazeta.com/articles/vazhno/2024-10-24/svetlana-chupsheva-vysoko-otsenila-novyy-detskiy-reabilitatsionnyy-kompleks-salyut-3981835