Рәсәй Федерацияһының оборона министры статс-секретары һәм урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды рәйесе Анна Евгеньевна Цивилева махсус хәрби операция яугире Азамат Әйүпов өсөн “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы әҙерләгән торлаҡтың уңайлыҡтарын тикшерҙе.
Фонд уның торлағын шәхси ихтыяждарын иҫәпкә алып яраҡлаштыра: яңы аш бүлмәһе йыһазландырыла, ишектәр алмаштырыла, санузелдар реконструкциялана. “Аҡыллы йорт” системаһы гаджеттары – робот-саң һурҙырғыс, Алиса колонкаһы, инновацион һүндереүселәр һәм пульттан шторҙар менән идара итеү –ветераныбыҙҙың көндәлек тормошон уңайлыраҡ итәсәк. Бынан алда ул Дәүләт фондынан юғары үтеүсәнлектәге кресло-коляска алды.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, республика Башлығы ҡарамағындағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе Урал Таһир улы Килсенбаев ветеранға генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.
– Беҙҙең филиалға торлаҡты яраҡлаштырыуға 50-гә яҡын ғариза килгән, уларҙың 40-тан ашыуы тикшерелгән. Беҙ ветерандар ғаиләһенең йорттарын һәм фатирҙарын яраҡлаштырҙыҡ. Социаль координаторҙар ярҙамға мохтаж яугирҙәр менән тәүлек әйләнәһенә бәйләнештә, – тип белдерҙе “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb.