Өфөлә үткәрелгән “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” форум-күргәҙмәһенең икенсе көнө лә бик үҙенсәлекле булды. Бөгөн “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” балалар ижады фестиваленең гала-концерты үтте. Был сарала, физик мөмкинлектәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәләтле, маҡсатлы балалар барыһы бер сәхнәлә сығыш яһаны.
Быйыл конкурсҡа 400-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Был хаҡта гала-концерт башланыр алдынан Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте. Артабан Ленара Хәким ҡыҙы балалар өсөн ошондай күркәм сара ойошторолғанына сикһеҙ ҡыуанысын белдерҙе, һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр өсөн булдырыласаҡ яңы уңайлы шарттар тураһында ла хәбәр итте. Өҫтәүенә, Ленара Иванова был проекттың киңәйеүе, халыҡ-ара кимәлгә сығыуы, башҡа илдәрҙән дә балаларҙың ҡатнашыуы тураһында әйтте.
Героиня, йөҙөү буйынса спортсы Таня Авдеева яҙмышына үрелеп сағылдырылған тамашала ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең ижади һәләтен вокал, хореография, инструменталь ижад һәм үҙенсәлекле жанрҙа сағылдырҙы. Һөҙөмтәлә гала-концертта ҡыҙҙың ихтыяр көсө, уға һәр саҡ ата-әсәһенең терәк булыуы һөҙөмтәһендә Паралимпия уйындарында еңеү яулауы күҙ алдына баҫтырылды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.