Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Октябрь , 21:40

Транспортта бушлай йөрөү мөмкинлеге ябайлаштырылды

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн транспорт льготаһын рәсмиләштереү тәртибе ҡайтанан ҡаралды 

Транспортта бушлай йөрөү мөмкинлеге ябайлаштырылды
Транспортта бушлай йөрөү мөмкинлеге ябайлаштырылды

28 октябрҙә республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә ишле ғаиләләрҙәге балалар өсөн транспорт льготаһын электрон төрҙә рәсмиләштереү мәсьәләһе тикшерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙәге уҡыусылар республиканың ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. Льгота ғариза яҙыу характерына эйә. Әммә был ярҙам сараһын алыу механизмдарының ҡайһы берҙәре халыҡ өсөн уңайлы түгел ине.

Быйыл 23 сентябрҙә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бушлай йөрөү хоҡуғын алыу тәртибен ябайлаштырырға ҡушты.

- Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе баланың ата-әсәһе республиканың Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдары йәки күп функциялы үҙәк офистары аша транспорт льготаһын алыу өсөн кәрәкле документтар исемлеген шәхсән үҙҙәре тапшыра ала. Был хеҙмәтте төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында электрон төрҙә лә алырға мөмкин, - тип хәбәр итте Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Транспорт ташламаһын онлайн һәм оффлайн алымда алырға мөмкин. Хеҙмәт ғариза биргән көндән алып 10 көн эсендә күрһәтелә. Башҡортостанда был ярҙам сараһы менән 15,1 меңдән ашыу бала файҙаланған.

Фото: vk.com/socialnospb

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: