Социаль мәсьәлә
1 Ноябрь 2024, 14:35

Балаларҙың тештәрен дауалайҙар

Был мәсьәләне координаторҙар хәл итешә

Балаларҙың тештәрен дауалайҙарБалаларҙың тештәрен дауалайҙар
Балаларҙың тештәрен дауалайҙар

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары үҙ ҡалаларынан һәм райондарынан ситкә йөрөмәйенсә, мобиль стоматология комплексында тештәрен дауалай ала. Был балалар стоматологияһы һәм ортодонтия үҙәге менән Башҡортостандың “Ватанды һаҡлаусылар” төбәк фонды араһындағы килешеү һөҙөмтәһендә мөмкин.

Документҡа күптән түгел генә ҡул ҡуйылһа ла, Үҙәк ойошторолған 3-сө Өфө балалар стоматология поликлиникаһы белгестәре командаһы август уртаһынан эшкә тотонған. Адреслы ярҙам менән тәүге ике төбәккә – Благовещен һәм Нуриман райондарына сыҡҡандар. Өфөләрҙе һәм яҡын-тирәләге райондарҙа йәшәүселәрҙе был килешеү буйынса поликлиниканың үҙендә сираттан тыш ҡабул итәләр.

– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына стоматология ярҙамы күрһәтеү буйынса эште ойоштороу фекере дәүләт социаль учреждениеларында йәшәгән балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған “Толпар” мобиль стоматология комплексының күсмә эш барышында барлыҡҡа килде. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм ветерандарҙың тол ҡатындары уларға ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүҙәрен белдерҙе. Шулай итеп, Фондтың беҙҙең поликлиника менән хеҙмәттәшлек итеүе тураһында документ кәрәк, тигән һығымтаға килдек, — тип аңлатты Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар стоматологы, Өфөнөң 3-сө балалар стоматология клиникаһының баш табибы Римма Ғәниева.

Килешеүҙең төп өҫтөнлөгө – республиканың һәр ҡалаһында һәм районында булған Фондтың социаль координаторҙары менән хеҙмәттәшлек итеү. Улар үҙ биләмәһендә һәр яугирҙе һәм уның ғаилә ағзаларын белгәнлектән, урынға сығыр алдынан балалар стоматологтары бөтә кәрәкле мәғлүмәтте ала.

Параллель рәүештә координаторҙар башҡа категориялы ғаиләләр менән мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә: күп балалы, инвалид, аҙ тәьмин ителгән һәм башҡалар. Уларҙың күбеһе алыҫ ауылдарҙа йәшәгәнлектән, үҙҙәрен мобиль стоматология комплексы туҡтаған урынға алып барып, өйҙәренә алып ҡайтыу өсөн транспорт табырға кәрәк. Бөтә техник һәм ойоштороу мәсьәләләрен Фонд вәкилдәре үҙ өҫтөнә ала.

Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ойошмаһы хәҙер балалар стоматологияһы һәм ортодонтия үҙәге белгестәрен хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ойошторған консультацияларҙа ҡатнашыусылар исемлегенә индерә. Ошондай ике сара ойошторолған да инде. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровта Башҡортостандың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йәһәтенән ошондай тәжрибәһе ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Был башланғысты бөтә Волга буйы федераль округында таратырға тәҡдим итте ул.

Бынан алда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала мәктәп стоматологиялары селтәрен үҫтереү буйынса эште дауам итергә ҡушҡайны.

– Был яңы стоматология кабинеттарын асыуға ла, булғандарын яңыртыуға ла ҡағыла. Айырыуса иғтибарҙы стоматология ярҙамы мәсьәләһе көнүҙәк булған алыҫ ауыл мәктәптәренә йүнәлтергә кәрәк. бәлки, тағы ла бер күсмә стоматология комплексын һатып алыуҙы уйларға кәрәктер, – тине республика етәксеһе.

Рәмилә Мусина фотоһы (архивтан алынды).

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас