Республикала 690 мең оло быуын кешеһе “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектында ҡатнашты. Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың октябрендә республика етәксеһе “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектын башлап ебәрҙе. Ул ете йүнәлеш буйынса ғәмәлгә ашырыла. Улар – “Һаулыҡ”, “Өлкән быуын граждандарын уҡытыу”, “Туризм”, “Физик культура”, “Мәҙәниәт һәм ижад”, “Ирекмәнлек һәм остазлыҡ”, “Өлкән быуын граждандарын эш менән тәьмин итеү һәм уларҙың килеме кимәлен күтәреү”. Инициатива “Демография” милли проекты сиктәрендә әҙерләнде. Ул ололарҙың именлеген һәм социаль-мәҙәни үҫешен, уларҙың сәләмәтлеген нығытыуға, ғүмер оҙайлығын һәм әүҙем оҙон ғүмерҙе арттырыуға йүнәлтелгән.
Мәҫәлән, “Туризм” йүнәлеше буйынса өлкән быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап экскурсиялар һәм Беларусь Республикаһына турҙар ойоштороласаҡ. Атап әйткәндә, 2024 йылда уларҙа 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, шул иҫәптән 1 333 кеше – “Башҡортостан-белорус оҙон ғүмерлелеге” программаһында.
“Һаулыҡ” блогында медицина ҡарауҙары һәм “Көмөш йәштәгеләр сәғәте”, “Йөрәк маршруты - һаулыҡ маршруты” иҫкәртеү акциялары уҙа.
“Физик культура” йүнәлеше буйынса республика ҡалаларында һәм райондарында скандинавса йөрөү, йөҙөү, тын алыу гимнастикаһы, йога буйынса спорт һәм һауыҡтырыу төркөмдәре ойошторола. 41 муниципалитетта йыл әйләнәһенә эшләгән “Сәләмәтлек һуҡмаҡтары” асылды.
– Айырма билдәһе итеп ГТО комплексы нормативтарын үтәгән 60 йәштән өлкәндәргә физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен алыу өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыла, – тине Юрий Мельников. – 2024 йылда уларға 2 меңдән ашыу өлкән быуын вәкиле лайыҡ булды.
Бынан тыш, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, белем биреү учреждениеларында “Башҡортостанда оҙон ғүмер” саралары бара. Проектта ҡатнашыусылар ижад, волонтерлыҡ, остазлыҡ менән шөғөлләнә, “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә уҡый һәм яңы күнекмәләр ала.
Юрий Мельников 2024 йылда Өфөлә Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында тәүгә “Башҡортостанда оҙон ғүмер” иң яҡшы тәжрибәләр республика фестивале үтеүен билдәләне. Сарала республиканың 56 район һәм ҡала округы, шул иҫәптән Өфөнөң ете районы ҡатнашты.
– Әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәре асылыуы – ыңғай миҫалдар иҫәбендә. Улар Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында һәм Ҡалтасы районында эшләп килә, – тине Юрий Мельников. – Бындай тәжрибәне республиканың һәр муниципалитетында тормошҡа ашырырға кәрәк.
Сығыш аҙағында министр вазифаһын башҡарыусы бөтә көнүҙәк мәғлүмәтте республика муниципалитеттары хакимиәттәре лә тулыландырған “Башҡортостанда оҙон ғүмер” порталында туплауҙарын хәбәр итте.
Башҡортостан Башлығы төбәктең Хеҙмәт министрлығы коллективына “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектын уңышлы тормошҡа ашырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Республика иң яҡшы тәжрибәләр фестиваленең әһәмиәтен юғары баһаланы.
– Был Башҡортостандың мөһим социаль проекттарының береһе. Ошо йәһәттән башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү мөһим. Мәҫәлән, ҡайһы бер моменттарҙы Мәскәү өлкәһенән алдыҡ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Ә беҙҙең иң яҡшы тәжрибәләр фестивале – ысынлап та, бик шәп сара. Мотлаҡ уны уҙғарырға кәрәк. Киләһе тапҡыр мин ҡатнашыусылар менән осрашып, уларҙың яңылыҡтарын күргем килә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.