Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты яңы тыуған сабыйҙар өсөн лотерея уйынын индереү тәҡдиме менән сығыш яһаған. Бөтә Рәсәй лотереяһында фатирҙар, автомобилдәр, көнкүреш техникаһы уйнатылыуы мөмкин.
Дәүләт Думаһы вице-спикеры Борис Чернышов фекеренсә, “илдә тыуымды арттырыу өсөн ашығыс саралар күрергә кәрәк”. Шуға күрә ғаиләләрҙе ҡыҙыҡһындырыу өсөн яңы тыуған сабыйҙар араһында ай һайын ун фатир, йөҙ машина, бер мең көнкүреш техникаһы комплекты уйнатыу отошло буласаҡ.
“Һәр кешелә ҡомарлыҡ бар.Сабыйҙар өсөн отош уйынында ла принцип шундай уҡ, тик был кешеләргә, йәмғиәткә һәм илгә файҙа килтерәсәк”, –ти ул.
Парламентарий был башланғысты еңел тормошҡа ашырып буласаҡ, тип иҫәпләй. Лотерея уйынында ЗАГСҡа мәғлүмәт килгән һәр кем ҡатнашасаҡ, еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә иғлан итәсәктәр.
Депутаттың әйтеүенсә, был һис тә яңылыҡ түгел, элек бындай лотереялар Хабаровскиҙа һәм Ленинград өлкәһендә үткәрелгән һәм бик тә уңышлы.
Ә һеҙ бындай лотерея уйындарының тыуымды арттырасағына ышанаһығыҙмы?