Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Ноябрь , 22:10

Ике бала ата-әсәләрен эҙләй

Уларға 15-әр йәш.

Ике бала ата-әсәләрен эҙләй
Ике бала ата-әсәләрен эҙләй

Башҡортостанда игеҙәктәр үҙҙәренә атай-әсәй эҙләй.

Игеҙәктәр Фидан һәм Фидалиә үҙ-ара бик дуҫ, татыу, уларға – 15-әр йәш. Әле улар социаль приютта, әммә тыуған йорттары булырҙай ергә күскеләре килә.

Фидан бик теремек һәм әүҙем. Барыһына ла асыла һалып бармай, әммә дуҫлашһа, үҙен бик яҡшы дуҫ итеп күрһәтә. Ололарҙы хөрмәт итә.

Фидалиә аралашыусан, изге күңелле, ҡыҙыҡһыныусан. Ололарҙы ололоҡлай белә. Улар башҡортса ла, русса ла иркен һөйләшә.

Һәр кем уларға ярҙам итә ала: бының өсөн ошо яҙмаға репост яһарға кәрәк, бәлки, балаларҙы буласаҡ ата-әсәләре күреп ҡалыр.

Тулы мәғлүмәтте (347) 218-03-62 телефон һандарына шылтыратып белергә мөмкин.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: