Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Ноябрь , 20:45

Ауыр сирлеләрҙе хәстәрләп

Дарыу менән тәьмин итеү мөмкинлеге арта.

Ауыр сирлеләрҙе хәстәрләп
Ауыр сирлеләрҙе хәстәрләп

Башҡортостанда ташламалы дарыуҙы 750 меңдән ашыу кеше ала. Уларҙы тейешле препарат, медицина изделиелары, дауалау туҡланыуы менән тәьмин итеү өсөн 2024 йылда федераль ҡаҙнанан 1,5 миллиардтан ашыу һум аҡса бүленгән. Тағы 4,6 миллард һум тирәһе – төбәк ҡаҙнаһынан.  

 -Тейешле медицина препараттарына граждандар һорауын ҡәнәғәтләндереү - Рәсәй халҡын дарыу менән тәьмин итеү стратегияһын тормошҡа ашырыу индикаторҙарының береһе. Йыл һайын бының өсөн ҡаҙнанан байтаҡ аҡса бүленә. Быйыл финанслау 700 миллион һумға арттырылды һәм 7 миллиард һумға етте, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.

Әйтергә кәрәк, уларҙың 1,82 миллиарды ҡиммәтле дарыуҙар талап ителгән ауыр сирле 3654 пациенттарға тәғәйенләнгән.

Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: