Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Ноябрь , 14:45

Социаль эшҡыуарлыҡ эҙләнеүҙәр өҫтөндә

"Башҡортостан социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә лидерлыҡты тота – бөгөн төбәктә ошо статусҡа эйә 602 предприятие бар", – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Социаль эшҡыуарлыҡ эҙләнеүҙәр өҫтөндә
Социаль эшҡыуарлыҡ эҙләнеүҙәр өҫтөндә

 Өфөлә социаль эшҡыуарлыҡта иң алдынғы тәжрибәләрҙе популярлаштырыу буйынса төбәк-ара форум үтте. Ул, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы, Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, “Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм “Минең бизнесым” үҙәге тарафынан ойошторолдо. Сараның модераторы, “РБК-Уфа” медиахолдингының баш мөхәррире Рауил Ватолин әйтеүенсә, сара унынсы тапҡыр уҙғарыла, ҙур тиҙлек менән алға сапҡан заманда ул, бөтә социаль эшҡыуарҙарҙы бер усҡа туплап, яңы бурыстарҙы, йүнәлештәрҙе күрергә һәм билдәләргә ярҙам итә. Тимәк, үҙеңде барлығыңды белдерергә һәм нимәгә булдыҡлы икәнеңде күрһәтергә ваҡыт.

– Форумдың әһәмиәте бик ҙур, сөнки был сара кешеләр, уларҙың яҙмышы тураһында. Бөгөн уларҙы хәстәрләүсе социаль эшҡыуарҙар, бизнес-шәрифтәр, киләсәктә үҙ эштәрен асырға ниәтләгән студенттар залда ултыра. Йыл һайын үткәрелеүсе күләмле форум башҡа төбәктәр менән тәжрибә уртаҡлашыуҙа, хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙә, яңы сиселештәр табыуҙа ҙур мөмкинлек бирә. Бизнес, башҡарма власть органдары, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ социаль бизнес өлкәһендәге эксперттар тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре тураһында фекер алыша һәм алдынғы тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Шуныһын да билдәләйек, Башҡортостан социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә лидерлыҡты тота – бөгөн төбәктә ошо статусҡа эйә 602 предприятие бар, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Етәксе пленар ултырышта был тәңгәлдә башҡарылған уңыштарға туҡталып, социаль яҡтан ярҙамға мохтаж 85 кешенең эшкә урынлаштырылыуы, 256 тапҡыр көнкүреш, медицина, социаль хеҙмәт күрһәтелеүе, файҙалы, маҡсатҡа ярашлы 254 эш башҡарылыуы тураһында әйтте һәм хәҙерге ҡатмарлы осор өсөн яңы социаль ярҙам төрҙәре артыуын белдерҙе. Махсус хәрби операция менән бәйле, яугирҙәр ғаиләләренә ярҙам, юғары технологиялы протездар әҙерләү һәм башҡа көнүҙәк проблемаларға иғтибарҙы йүнәлтте.

 Ғөмүмән, социаль өлкә гранттар алыу өсөн ҡулайлы тармаҡтарҙың береһе. Быйыл дүрт заявка ҡәнәғәтләндерелгән. Барыбыҙға киң билдәле блогер, сәйәхәтсе Рөстәм Нәбиев блогын үҫтереү өсөн грант алһа, Шаран районының еләк-емеш фермаһы, Баҡалы районының “Еда в дом” универсаль магазины, Дүртөйлө районының светодиодлы экрандар ҡуйыу фирмаһы эшҡыуарҙары гранттарҙы бизнестарын артабан киңәйтеү маҡсатында тотонасаҡ.

 Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы форумда ҡатнашыусы йәштәрҙең күплегенән файҙаланып, улар өсөн дә файҙалы кәңәштәрен белдерҙе һәм 14 йәштән үк үҙ эшең менән шөғөлләнеү мөмкинлектәрен асты, киләсәктә республиканың юғары уҡыу йорттары, колледждары менән мотлаҡ бергә эшләйәсәктәренә ышандырҙы. “Беҙгә әҙер идеяларығыҙ менән килегеҙ! Бергәләп кешеләр файҙаһына эшләйәсәкбеҙ”, – тип хеҙмәттәштәрен һәм фекерҙәштәрен яңы маҡсаттары менән дәртләндерҙе.

 Ә бит мәктәп эскәмйәһенән ирекмәндәр рәтенә баҫҡан, үҙ эшен асҡан ҡыҙ-егеттәр ҙә беҙҙә бар. Белеүебеҙсә, республикала “Эшҡыуарлыҡҡа – мәктәп эскәмйәһенән” проектының яңы миҙгеле эш башлай. Үрҙә әйтелгән милли проектҡа ярашлы, Өфө ҡалаһы, Благовар, Иглин, Шишмә райондарының өлкән класс уҡыусылары өсөн эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.

Форумдың эшлекле программаһы консультациялар, асыҡ лекторийҙар, оҫталарҙың ҡул эштәре экспозицияһы, эксклюзив изделиелар күргәҙмәләре менән байытылған. “Социаль эшҡыуарлыҡта кадрҙарға ҡытлыҡ проблемаһын нисек хәл итергә?”тип аталған фекер алышыу сессияһы, “Яһалма интеллект. Нейроселтәрҙәр” секцияһы, “Муниципалитеттарҙы үҫтереү ресурсы булараҡ социаль эшҡыуарлыҡ”, “Шәхес көсө” уйыны” оҫталыҡ дәрестәре кеүек сараларҙың һәр береһе эшлекле программаның уйланып ойошторолған өлөштәре булды.

 “Социаль өлкә үҫешенең берҙәм йүнәлешен формалаштырыу” тип аталған пленар ултырыш форумдың иң төп, күптәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп иткән әһәмиәтле сараһы булғандыр. Бында үҙебеҙҙең генә түгел, федераль эксперттарҙың да ҡатнашыуы, ҡыҙыҡлы фекерҙәр яңғырауы сараның йөкмәткеһен тағы ла байыта, ҡатнашыусыларҙы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра төштө.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов республикала башҡарылған адреслы социаль ярҙам, өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, инвалид балаларҙы һәм хеҙмәткә һәләтле йәштәге инвалидтарҙы реабилитациялау мәсьәләләре менән таныштырҙы. Өлкәндәрҙе социаль хеҙмәтләндереү буйынса объекттар төҙөлөүе (быйыл 132 койка-урын булдырылған, 61 кеше эш менән тәьмин ителгән), дәүләт-шәхси партнерлыҡтың өҫтөнлөктәре, эшһеҙ граждандарҙы эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү, инвалидтар өсөн эш урындары булдырыу, инвалидтарҙы стажировкалау тураһында мәғлүмәт бирҙе. Быйыл 102 эш биреүсе 110 эш урыны булдырған. Министр урынбаҫары социаль өлкәлә эшләгән һәр кемгә, социаль эшҡыуарлыҡта яңынан-яңы йүнәлештәр эҙләп тапҡан ҡыйыуҙарға рәхмәт белдерҙе.

 Белем биреү, мәғариф өлкәһен “хеҙмәттәр күрһәтеүсе” тип атап булмаһа ла, ул тармаҡта ла эшҡыуарлыҡҡа урын булыуы тураһында мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева әйтеп үтте. Республикала 5700-ҙән ашыу бала шәхси балалар баҡсаһында тәрбиәләнә, 12 лицензияланған шәхси мәктәп эшләй.

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамованың сығышы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау, хоҡуҡтарын күҙәтеү, хаталарға юл ҡуймау мәсьәләләрен эсенә алды. “Минең бурыс – һеҙҙе етди хаталар ебәреүҙән аралау. Беҙ һеҙгә һәр саҡ бушлай юридик ярҙам күрһәтә алабыҙ, тик һуңламағыҙ. Быйыл утыҙ судта ҡатнашып, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡланыҡ. Мәсьәләне ҙурға ебәргәнсегә ҡәҙәр, эш судҡа барып еткәнсе, бизнес-шәрифкә мөрәжәғәт итеп, хәл итергә кәрәк. Хәҙер суд сығымдары, пошлиналар ныҡ артты”, – тип иҫкәртте эшҡыуарҙарҙы Ирина Абрамова.

Социаль эшҡыуарлыҡҡа дәүләт тарафынан һәм эре бизнестан ярҙам да кәрәк. Был тәңгәлдә муниципалитеттарҙа эшләгән бизнес-шәрифтәр ҙә лайыҡлы өлөш индерә. Форумда улар ҙа әүҙем ҡатнашты. Ғөмүмән, бөгөнгө һөйләшеү дәүләт власы органдары, эре шәхси ойошмалар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында йоғонтоло, асыҡтан-асыҡ диалог алып барыу өсөн ҙур майҙанға әүерелде. Бында үҙең хаҡында ла тартынмай һөйләргә, нимәгә булдыҡлы икәнлегеңде иҫбатларға һәм башҡаларҙы ла изге эштәргә йәлеп итергә, өйрәтергә мөмкинлек булды. Шәхси эшҡыуарлыҡ халыҡ мәнфәғәттәренә хеҙмәт итеүҙән, мохтаждарға хәстәрлек күрһәтеүҙән тыш, үҙенең табыш менән эшләй алыусы, ылыҡтырғыс тармаҡ икәнен дә раҫланы.

Фото: Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: